Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2018, 12:21

Дәүләт хеҙмәттәре

Гражданлыҡ хәле акттарының бөтә яҙмалары – Берҙәм дәүләт реестрында

1 октябрҙән Ғаилә кодексына төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде, уларға ярашлы рәсәйҙәрҙең никахты теркәүгә тиклем бер йыл алдан туй көнөн билдәләү мөмкинлеге бар. Элек никахҡа инеү өсөн ғаризаны планлаштырылған көнгә тиклем бер ай алдан ғына бирергә мөмкин ине. Бер үк ваҡытта ЗАГС бүлектәрендә гражданлыҡ хәле акттары яҙмаларының Берҙәм дәүләт реестры индерелә.
-Акт яҙмаларын һаҡлауҙың үҙәкләштерелгән системаһын ғәмәлгә индереүгә бәйле, беҙ архивты тоталь һанлаштырыу эшен башланыҡ, - ти район ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафина. –Беҙҙә 1921 йылдан алып һаҡланған мәғлүмәттәр берҙәм дәүләт реестрына индереләсәк. Өс йылда беҙгә бөтә акт яҙмаларын һанлаштырырға кәрәк. Берҙәм дәүләт реестры тулы күләмдә 2020 йыл аҙағына тиклем формалашасаҡ.
-Лариса Тәминдәр ҡыҙы, был яңылыҡ нимә бирәсәк?
-Электрон реестр илебеҙҙең ниндәй территорияһында булыуына ҡарамаҫтан, элек төҙөлгән акт яҙмаларына онлайн инеү мөмкинлеген тәьмин итәсәк. Ул индерелгәндән һуң рәсәйҙәргә башҡа төбәктәрҙең ЗАГС бүлектәренән яңынан таныҡлыҡтар һәм белешмәләр алыу өсөн хат ебәреү һәм яуап көтөү талап ителмәйәсәк. Тулы реестр булдырылғандан һуң һәм гражданлыҡ хәле акттары яҙмаларын электрон формаға күсергәндән һуң, йәшәгән урын буйынса ЗАГС бүлегендә документтарҙы бер юлы алырға мөмкин буласаҡ.
Тағы ла бер уңайлы яғы. Күптәр теге йәки был дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн документтар пакетын тапшырыу кәрәклеге тураһында ишетеп кенә белмәйҙер, моғайын. Хәҙер был хеҙмәт ҡайһы бер осраҡтарҙа ябайлаштырыласаҡ: ведомство уполномоченныйҙарының мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алыуҙың төрлө формаларын алып барыу һәм раҫлау өсөн кәрәкле ЗАГС мәғлүмәттәренә инеү мөмкинлеге буласаҡ.
Яңы технология шулай уҡ хаталарҙы, ялғышлыҡтарҙы һәм ҡабатланған мәғлүмәттәрҙе кәметеү мөмкинлеге бирәсәк, ә берҙәм номерлау эҙләүҙе еңеләйтәсәк һәм тиҙләтәсәк. Бынан тыш, хаталарға юл ҡуймау менән бер рәттән мутлашыу осраҡтарын да булдырмау мөмкинлеге тыуасаҡ. Атап әйткәндә, айырылышмай тороп, яңы никахты йәки әсәлек капиталын алыу өсөн бер баланы төрлө ЗАГС бүлексәләрендә теркәп булмаясаҡ.
Яңы программаны индергәндәге объектив ҡыйынлыҡтарға бәйле килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ һәм быны аңлап ҡабул итерһегеҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Тиҙҙән ЗАГСтың Берҙәм дәүләт реестры хеҙмәт күрһәтеүҙе тиҙ, сифатлы һәм уңайлы ойоштороп, илебеҙҙең һәр гражданины тураһындағы белешмәләрҙең эталон сығанағына әйләнәсәк.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: