Мәҫәлән, гараж ишеге килеп төштө, уны иретеп йәбештерергә кәрәк. Ҡатыным: әйҙә, элекке уҡыусыбыҙға шылтыратайыҡ, ул бит сваркалаусы булып эшләй, тине. Сергей Петраков бик тиҙ риза булды. Күршебеҙ, ул да беҙҙең элекке уҡыусыбыҙ, Юрий Марюшко менән килеп, ишекте урынына ҡуйҙылар, аҡса ла алманылар. Күңелгә рәхәт булып китте.
Ә күптән түгел ҡарт ағасты киҫтек. Кеше ярҙамынан башҡа эшләй алмайбыҙ. Раевка 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Ринат ҡыҙы Зәбирова уҡыусылары менән ярҙамға килде. Улар тиҙ арала киҫелгән ботаҡтарҙы йыйыштырҙы һәм баҡсаны ла ҡаҙыны. Афарин, “тимурсылар”!