Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 13:39

Ата-әсәһенең ғорурлығы

Улдары армияла хеҙмәт иткән бөтә ата-әсәләр, әлбиттә, улым нисек икән, хеҙмәте яҡшы барамы, тип борсола.

Ә хәрби часть командирынан һалдаттың яҡшы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаты алғас, уларҙың йөрәге улдарының уңыштары өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хисе менән тула.

Бына күптән түгел Балғажы ауылында йәшәүсе Кәримовтар ҙа Байкал аръяғы крайында хеҙмәт иткән улдары Илдар тураһында йылы һүҙҙәр яҙылған рәхмәт хаты алды: “Хөрмәтле Әлфиә Рим ҡыҙы һәм Ирек Иршат улы! Танк ғәскәрҙәренең кесе белгестәрен әҙерләү буйынса уҡыу үҙәге командованиеһы улығыҙҙың хәрби бурысты үтәүҙә иптәштәренә өлгө булып тороуы, яҡшы хеҙмәт итеүе, хәрби хеҙмәт ауырлыҡтарын лайыҡлы үтеүе тураһында хәбәр итә. Командирҙары һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Оҫта һәм инициативалы эш итә белеүе, эшһөйәрлеге һәм хәрби әҙерлектәге, уҡыуҙағы яҡшы күрһәткестәре өсөн часть командованиеһы тарафынан бер нисә тапҡыр бүләкләнде. Улығыҙға яҡшы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ”.

Инде армияла хеҙмәт итһә лә, ата-әсәһе өсөн һаман да бәләкәй бала булып ҡалған улы тураһында командирҙарының маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәрен уҡып, нисек инде әсә йөрәге тулҡынланмаһын? Илдар артабан да лайыҡлы хеҙмәт итеп, тыуған йортона иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын!

Гөлшат ШӘРӘПОВА.

Балғажы ауылы.


Читайте нас: