Уның “нигеҙе” ир менән ҡатындың һөйөү һәм тоғролоғо менән һалына, “стеналар”ы - уларҙың яуаплылығында, ышаныслылығында һәм сабырлығында. “Тәҙрәләре” – балалар, улар күп булһа, бигерәк тә яҡшы! Шул ваҡытта ғына йортта яҡтылыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ күп һәм тормош та гөрләп тора!
Әлбиттә, йорт төҙөүе, ныҡлы, ышаныслы ғаилә ҡороуы еңел түгел, әммә был өлкәндәргә лә, балаларға ла бик мөһим. Мин бөгөн тап шундай ғаиләләр тураһында һөйләргә теләйем, улар бәхетте ситтән эҙләмәгән, ә тыуған ауылдарында төпләнеп, йорттар төҙөй, балалар үҫтерә һәм заман ауырлыҡтарына бирешмәй. Был ғаиләләр – ауылдың биҙәге һәм уның ышаныслы киләсәге.
Айгөл һәм Айтуған Сәләмовтар егерме ике йыл бергә татыу ғүмер итә. Улар, никахҡа яуаплы ҡарап, өйләнешә. Ғаиләне ҡәлғә кеүек төҙөй. Икеһе лә мәктәптә эшләй. Ошо йылдар арауығында был пар бер-береһен аңларға, хөрмәт итергә өйрәнгән. Мөхәббәт һәм бер-берең тураһында хәстәрлек күреү тормоштоң ҡатмарлы осорҙарын еңел кисерергә ярҙам итә. Был ишле һәм татыу ғаиләнең мауығыуҙары ла күп төрлө. Әммә уларҙың дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙары ла бар. Өлкән улдары Айгиз аграр университетта уҡый, атаһы кеүек, бала саҡтан уҡ техника менән мауыға. Мәктәп йылдарында саңғыла йөрөү менән әүҙем шөғөлләнә, төрлө ярыштарда ҡатнаша. Айгүзәл Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы колледжда белем ала. Кесе ҡыҙҙары Наҙгөл өсөнсө синыфта тик “бишле” билдәләренә генә уҡый.
Гүзәлиә һәм Фәрхәт Йосоповтарҙың ғаиләһендә лә дуҫтарса йылы мөнәсәбәт урынлашҡан. Уларҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе биш кешенән тора – атай-әсәйҙән тыш, ике улдары һәм бер ҡыҙҙары бар. Гүзәлиә менән Фәрхәт бала саҡтан уҡ бер-береһен белә, бер ауылда тыуып үҫкәндәр, бер мәктәптә уҡығандар. Ә икеһе лә һөнәрле булғас, гөрләтеп туй үткәрәләр. Өлкән улдары Тимур өсөнсө синыфта уҡый, уҡыу алдынғыһы, ҡыҙҙары Әлфинә балалар баҡсаһына йөрөй. Төпсөктәре Ильяс, уға бер йәш кенә әле, әкиәт тыңларға ярата.
Ғаилә башлығы - ышаныслы һәм эшһөйәр егет, ата-бабаларының эшен дауам итә, ул - умартасы. Һәм ысын ир-егеттәр бурысын үтәп, Фәрхәт ғаиләһенә ҙур, иркен һәм күркәм йорт төҙөй.
Ғималетдиновтар иһә Ҡармыш ауылында 1 Май байрамындә таныша. Улар бер-береһенә бер күреүҙән ғашиҡ була. Шунан инде йәштәр айырым йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
-Ул минең яҙмышым икәнен шунда уҡ аңланым, 15 йыл бергә йәшәүебеҙ дәүерендә, тап уны һайлауыма бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы, - ти Ләйсән Ғималетдинова.
Был ғаиләлә һәр береһенең ҡәҙерен беләләр һәм һәр кемдең кәңәшен, фекерен тотоп эш итәләр. Улдары Илнар - етенсе, ә ҡыҙҙары Элина өсөнсө синыфта уҡый.
Һәр ата-әсә өсөн балалары күҙ нурҙары кеүек ҡәҙерле. Бына Ғималетдиновтарҙың ҡыҙы һәм улы ла– ҡояш нурҙары. Элина уҡыуҙа яҡшы билдәләре менән шатландыра. Ә был йортта төп ҡағиҙә –хеҙмәт, ул ғаиләнең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ышаныслы тәьмин итеү мөмкинлеге бирә
-Беҙ ғаилә байрамдары үткәрергә яратабыҙ: бер табынға йыйылабыҙ, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ, ҡунаҡтар саҡырабыҙ, - ти Альмир Ғималетдинов.
Бындай татыу һәм ныҡлы ғаиләләр һоҡланыу хисе уята. Сөнки һәр беребеҙҙең төп бурысы – балалар тәрбиәләү, уларҙың тормошон бәхетле итеү һәм улар киләсәктә атай-әсәйҙәре өлгөһөндә үҙ ояларын ҡорһон өсөнҡулыңдан килгәндең бөтәһен дә эшләү.
Мин, был ғаиләләрҙәге балалар эшһөйәр, яуаплы булып үҫер, һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер торор, киләсәктә ата-әсәләренең ышаныслы терәге һәм ныҡлы таянысы булыр, үҙ тамырҙарын, ауылын онотмаҫ, тип ышанам.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡытыусыһы.