Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 12:32

Көслө, ышаныслы һәм бөйөк

Рәсәй армияһына физик яҡтан көслө, яҡшы әҙерлек үткән егеттәр кәрәк

Камуфляж костюмдар, ҡара береттар, аҡ бирсәткәләр... Армияға традицион көҙгө саҡырылыш көнөндә район үҙәгендәге майҙанға иртән-иртүк буласаҡ һалдаттар – 10-11-се синыф егеттәре йыйылды.
Тигеҙ рәттәргә теҙелеп, ил һәм республика гимны аҫтында флаг күтәреүҙән, традицион сәләмләүҙәр һәм өлкәндәрҙең изге теләктәренән һуң ярыштар башлана. Һәр ваҡыттағыса, улар өс этаптан тора. Был –сафҡа баҫып йырлап үтеү, 60 һәм 1000 метр араға йүгереү, АК-74 автоматын һүтеп-йыйыу, турникта күтәрелеү һәм алыҫлыҡҡа граната ырғытыу. Был юлы 150 егеткә армия хеҙмәтенә үҙенең физик әҙерлеген күрһәтергә кәрәк ине.
Командалар тигез сафтарҙа йырлап уҙа. Был конкурсҡа, асыҡланыуынса, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы егеттәре бөтәһенән дә яҡшыраҡ әҙерләнгән. Судьялар икенсе урынды – 4-се мәктәп командаһына, өсөнсө урынды 2-се мәктәпкә бирҙе. 60 метр араға йүгереүҙә Илнур Шафиҡов (лицей) иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, 1000 метр араға йүгереүҙә Рөстәм Хөссәмов (Торонтайыш мәктәбе) ал бирмәне. Граната ырғытыуҙа Айҙар Саматов (Шафран мәктәбе) еңде, ә турникта күтәрелеүҙә - Дмитрий Нечепуренко (лицей). Автоматты һүтеп-йыйыуҙа Вадим Ғәлиевҡа (4-се мәктәп) етеүселәр булманы.
Сарала командалар беренселеге түбәндәгесә билдәләнде: Ҡырым мәктәбе беренсе урынды яуланы, икенсе урынды Тавричанка мәктәбе егеттәре алды, ә Ташлы мәктәбенең буласаҡ һалдаттары өсөнсө урынға сыҡты.
Ярышҡа килеүселәр был көндө ялан кухняһында әҙерләнгән һалдат бутҡаһынан да ауыҙ итте, социаль-мәҙәни үҙәк артистары башҡарыуында патриотик йырҙар яңғыраны, һәм, әлбиттә, бүләкләү тантанаһы ла булды. Ә нормативтарҙы үтәй алмаған малайҙарға Армияға яҙғы саҡырылыусылар көнөнә тиклем әҙерләнергә ваҡыт бар әле.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Автор фотоһы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырылыш тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш 1 октябрҙән башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: