Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 16:56

Хакимиәт башлығы менән – мөһим мәсьәләләр тураһында

Республика көнөн Әлшәй районы күтәренке кәйеф һәм йәшәү эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә һиҙелерлек үҙгәрештәр менән ҡаршылай.

Байрам алдынан беҙ райондың бөгөн нисек йәшәүе һәм уны яҡын киләсәктә нимәләр көтөүе тураһында тәүге сығанаҡтарҙан ишетеү өсөн район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән осраштыҡ. Урындағы власть проблемалары, үҫеш перспективалары һәм муниципалитеттың нимәләр менән ғорурлана алыуы тураһында барҙы беҙҙең әңгәмә.
-Башҡортостан республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 28 йыллығын билдәләй. Дамир Радик улы, Һеҙҙең өсөн был көн нимәне аңлата?
-Был республикабыҙҙың күп милләтле Башҡортостан халҡын берҙәм ғаиләгә берләштереүсе мөһим байрамы. Беҙ халыҡтарын традицияларын, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, быуындар күсәгилешлелеген һаҡлап, республиканың үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурланып, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп, дуҫ һәм татыу һәм килешеп йәшәйбеҙ. Уның артабанғы сәскә атыуы беҙҙең һәр беребеҙгә бәйле.
-Хакимиәттең ауыл биләмәләрендә күсмә кәңәшмәләр үткәреүе, граждандарҙы ҡабул итеүе властың халыҡ менән үҙ-ара эш итеү төрҙәренең береһе. Ауыл кешеләрен бөгөн нимә күберәк борсой?
-Власть халыҡҡа асығыраҡ һәм яҡыныраҡ булған һайын ул һөҙөмтәлерәк эшләй, тип иҫәпләйем. Ауылдарға барыу мәсьәләләрҙең бер өлөшөн туранан-тура урындарҙа хәл итеү мөмкинлеге бирә. Кешеләрҙең проблемаһы бер төрлө – юлдар, һыу менән тәьмин итеү, мәҙәниәткә, медицинаға ҡағылышлы мәсьәләләр. Тотош алғанда, бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә тиҙ арала ҡарарға тырышабыҙ. Маҡсатыбыҙ – һәр кемде ишетеү һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү.
- Ауыл биләмәләре тормошонда һиҙелерлек үҙгәрештәр бара. Бәләкәй ауылдар матурлана...
-Эйе, беҙ ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртырға тырышабыҙ .Ул –урындағы властың хәстәрлеге. Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм депутаттар корпусы берҙәм эшләй. Улар үҙҙәренең бюджет аҡсаларын да файҙалана, уларға район һәм республика ла ярҙам итә. Мәҫәлән, “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” федераль программаһы сиктәрендә районда юлдар төҙөү һәм мремонтлау буйынса күп нимәләр эшләнә. Әгәр былтыр Ташкисеү ауылына тиклем 3,5 километр юл япмаһы файҙаланыуға тапшырылһа, быйыл тағы ла күберәк ремонтланды. Раевка ауылында һиҙелерлек үҙгәрештәр булды, бында 5 километрҙан ашыу асфальт япмаһы сифатлы ремонтланды. Әйтергә кәрәк, “Ҡала мөхите” проекты һөҙөмтәһендә һуңғы ваҡытта район үҙәге күпкә матурланды. Башҡа ауылдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Аксен ауылына барыу юлы ремонтланды, тротуарҙар яңыртылды.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса ла күп эштәр башҡарылды, ул беҙгә тиҫтәләрсә ауылдарҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге бирә. Быйыл урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса һайлау алыу конкурсында биш ауыл биләмәһе ҡатнашты. Казанка һәм Ҡармыш ауыл Советтары проекттары еңеүсе булды – Фән һәм Дим ауылдарында һыуүткәргес селтәрҙәре яңыртыла. Республика ярҙамы һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа ла капиталь ремонт үткәрелә.
-Район башлығы булараҡ, алдығыҙға ниндәй өҫтөнлөктәр ҡуяһығыҙ?
--Минең төп маҡсатым – әлшәйҙәрҙең лайыҡлы тормошо өсөн шарттар тыуҙырыу. Был мәсьәләләрҙә ваҡ-төйәк булырға тейеш түгел. Урындағы властың төп өҫтөнлөгө кеше һәм уның именлеге булырға тейеш, тип иҫәпләйем.
-Дамир Радик улы, хакимиәт аппаратының уңышлы эшләүенең нигеҙе, Һеҙҙеңсә, нимәлә?
-Барынан элек, хәл-ваҡиғаларҙы даими контролдә тотоу. Мин ауыл биләмәләре башлыҡтарының кешеләр менән туранан-тура аралашыуын, граждандарҙы нимәләр борсоуы тураһында хәбәр итеүҙәрен, уларҙың тормошон һәм эш шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индереүен талап итәм.
-Урындағы власть органдарының эш һөҙөмтәлелеге финанслау кимәленә бәйле тип әйтергә мөмкинме?
- Әгәр тик өҫтөнлөктәр билдәләнһә генә! Беҙҙең өсөн был тәү сиратта, балалар, оло йәштәгеләр һәм халыҡтың яҡланмаған ҡатламдарының ихтыяждары, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәләре мәсьәләләре.
-Халыҡ йыш ҡына власты әрләй. Һеҙ тәнҡиткә нисек ҡарайһығыҙ?
-Тәнҡит кәрәк. Әгәр ул конструктив икән, ыңғай ҡарайым.Ҡайһы ваҡыт етешһеҙлектәр ситтән яҡшыраҡ күренә. Һәр осраҡта ла бөтә проблемалы мәсьәләләрҙе диалог формаһында хәл итергә тырышам. Буш һүҙ һөйләүҙе һәм ялҡаулыҡты ҡабул итмәйем. Социаль селтәрҙәрҙе даими ҡарап барам, унда беҙҙең район тураһында мәғлүмәт бар һәм эшебеҙҙә ҡулланыу өсөн бик күп ҡыҙыҡлы нимәләр табырға мөмкин.
-Йәштәрҙең райондан китеүе бер кемгә лә сер түгел. Ә киләсәк нисек һуң, сөнки тап йәштәр уны төҙөргә тейеш бит?
-Эйе, бындай проблема бар. Йәштәрҙең бер өлөшө, ысынлап та, уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң кире ҡайтырға теләмәй. Әммә бер өлөшө генә. Беҙҙә йәш һәм перспективалы кешеләр, киләсәкте төҙөүселәр бар. Беҙ уларға сифатлы белем алыуҙа һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланабыҙ, йәштәрҙең ялын, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүен ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырабыҙ. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проекты сиктәрендә район үҙәгендә оҙаҡ көтөлгөн бассейны менән яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңышлы һәм һөҙөмтәле йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн бөтә нимәләр ҙә эшләнә.
- Район етәксеһе булараҡ, Һеҙҙең фекерегеҙсә, бөгөн тормошта нимә төп ориентир булырға тейеш?
-Һәр кемдең үҙ эшен сифатлы, юғары мөмкинлек менән һөнәри оҫталығын һалып башҡарырға ынтылыуы.. Һәр өлкә етәксеһе өсөн производствоны үҫтереү, эш өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу иң мөһим әһәмиәткә эйә. Шуның өсөн тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алам: беҙҙең төп йүнәлешебеҙ – үҫешкә эшләү. Социаль-иҡтисади күрһәткестәр үтәлә икән, тотош алғанда район да үҫешәсәк.
-Заман финанс күрһәткестәренә бәйле йәшәүҙе, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы максималь рәүештә ҡыҫҡартыуҙы талап итә. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?
-Һәр урында һәм һәр нимәлә аҡсаны янға ҡалдырыу – заман талабы. Аҡса һаҡсыл сарыф ителергә тейеш, бюджетынан тотонолған һәр тин районға уның иҡтисадына файҙа килтерегә тейеш. Алдыбыҙҙа тағы ла бер мөһим бурыс тора - сығымдар статьяларын ҡыҫҡартып, үҙебеҙҙең талантлы һәм һәләтле йәштәребеҙҙең республика һәм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа ҡатнашыуына ҡамасауламау. Шуны билдәләп үтеүе ҡыуаныслы, әлшәйҙәр район исеменән лайыҡлы сығыш яһай, еңеүселәр һәм призерҙар була,был турала беҙҙең район гәзите күп тапҡырҙар яҙып сыҡты.
- Беҙҙең район – ауыл хужалығы районы. Агросәнәғәт комплексының үҫешендәге тотороҡлолоҡ иртәгәһе көнгә ышаныс бирә...
-Тап шулай, ауыл хужалығында эшләүселәрҙең дөйөм һаны юғары кимәлдә ҡала. Беҙ йәш кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеү эше алып барабыҙ. Халыҡтың үҙ эшен асыуына ҙур иғтибар бүләбеҙ. . Коллектив, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар – был аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге нигеҙе.
- Район ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм һатыу темптарын арттыра. Был эшһөйәр крәҫтиәндәрҙең көрсөккө яуабы тип әйтергә мөмкинме?
- Ауылда һөҙөмтәһеҙ эшләү билдәһеҙлеккә юл. Быны аңлап һәм эшеңдә яңы технологияларҙы ҡулланып, беҙҙең аграрсыларыбыҙ алдарына ҡуйылған бурыстарына лайыҡлы ирешә.
Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, игенселәр яҡшы уңыш үҫтереп алды. Иген культуралары гектарынан уртаса 18 центнер уңыш бирҙе, тулайым йыйым 85 мең тоннанан артып китте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы предприятиелары юғары төшөмлө культураларға өҫтөнлөк бирә. Хәҙер беҙҙең баҫыуҙарыбыҙҙа табышлы рапс, ужым шипкәне, етен, горчица, чечвица лайыҡлы урын биләй. Көнбағыштан, шәкәр сөгөлдөрөнән һәйбәт уңыш көтөлә. Татлы культураны беҙ 4300 гектарҙа үҫтерҙек.
Тармаҡтың уңыштары күҙгә күренеп тора. Республика көнө һәм аграрсыларҙың һөнәри байрамдары алдынан бөтә ауыл хужалығы эшсәндәренә еңел булмаған намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм.
-Һеҙ нисек иҫәпләйһегеҙ, район үҫешенең реаль перспективалары ниндәй?
-Беҙҙә перспективаһыҙлыҡҡа зарланырға бер ниндәй нигеҙ юҡ. Беҙ ерҙә йәшәйбеҙ , йәшәү өсөн мөһим продукция етештерәбеҙ. Районда бөтә социаль программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Шәхси эшҡыуарлыҡ, хужалыҡ итеүҙең кесе формалары әүҙем үҫешә. Бөгөн үҙ идеяларын уңышлы тормошҡа ашыра белгән перпестивалы, инициативалы, булдыҡлы кешеләр өсөн киң мөмкинлектәр асыла.
Беҙ тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә ынтылырға тейешбеҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Эйе, уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа булды. Әммә бөгөн беҙ динамикалы үҫеш юлын дауам итәбеҙ. Беҙҙең перспектива – берҙәм һәм килешеп эшләү. Мин үҙебеҙҙең кешеләребеҙгә ышаным, улар районыбыҙҙың төп байлығы. Бергәләшеп һәр эште лә башҡарып сығыуыбыҙға шикләнмәйем!
- Байрам алдынан район халҡына ниндәй теләктәрегеҙ бар?
-Иң мөһиме, бөтә әлшәйҙәргә һаулыҡ, уңыштар, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Районыбыҙ, республикабыҙ именлеге хаҡына бергәләп эшләйек һәм ошо бәрәкәтле ерҙә йәшәүебеҙ менән ғорурланайыҡ. Бөтәһенә лә һөҙөмтәле эше, энтузиазмы, үҙ районын таҙараҡ күркәмерәк итеү теләге өсөн рәхмәт белдерәм.
Светлана Жуковская.
Читайте нас: