Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 12:09

Башҡортостан халҡы яңы йыл каникулдарында 10 көн ял итә

Башҡортостан халҡы, бөтә рәсәйҙәр кеүек, Яңы йыл каникулдарында 10 көн – 2018 йылдың 30 декабренән 2019 йылдың 8 ғинуарына тиклем ял итә.

Тейешле ҡарар Рәсәй Хөкүмәте сайтындабаҫылып сыҡты.
Бынан тыш, эшләмәгән байрам көндәренә тура килгән 5 һәм 6 ғинуарҙағы (шәмбе һәм йәкшәмбе) һәм 23 февралдәге (шәмбе) ял көндәре 2, 3 һәм 10 майға күсерелә.
2019 йылда граждандар 23-24 февраль, 8-10 март, 1-5 май, 9-12 май, 12 июнь Рәсәй көнөндә һәм 2-4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнөндә ял итә.
Башҡортостанда 2019 йылда шулай уҡ 4 июнь – Ураҙа байрамы, 11 август – Ҡорбан байрамы, 11 октябрь – Республика көнө эшләмәгән байрам көндәре була.

Читайте нас: