Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 16:28

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана.

“Ҡунағына хөрмәт күрһәткән мөьмин Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, ҡиәмәт көнөнә инаныуын раҫлай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Динебеҙҙә был ғәмәлдең айырым ҡанун-ҡағиҙәләре бар. Пәйғәмбәребеҙ билдә­ләгәнсә, мосолман ҡунағына өс көн дауамында хөрмәт күрһәтергә тейеш. Унан артып киткәне иһә – саҙаҡа, йәғни мөьминдең изгелеге.


Әгәр ҙә кемдер ҡунаҡ саҡырырға ҡыйынһынһа йәки килгән кешегә ишек асмаһа, был яман тип һанала. Исламда өйрәтелгәнсә, ике кешегә тәғәйенләнгән ризыҡ – дүртәүгә, дүртәүҙеке һигеҙгә етә. Ишектәрҙең дә, күңелдең дә асыҡ булыуы зарур. Ата-бабабыҙ ҡунаҡсыллыҡты “ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт” тип һанаған.