Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2018, 11:03

Йәнлектәр донъяһын ҡурсалап

Ҡапыл бар донъяны һиҫкәндереп, мылтыҡ тауышы яңғырай һәм бер ғәйепһеҙ мышы браконьер пуляһынан ергә ауа.

Урман ситендә бәләкәй балаһы менән мышы тыныс ҡына үлән уртлай. Таң алдынан була торған илаһи тынлыҡты тик ҡоштар һайрауы ғына боҙа. Ҡапыл бар донъяны һиҫкәндереп, мылтыҡ тауышы яңғырай һәм бер ғәйепһеҙ мышы браконьер пуляһынан ергә ауа. Ә ҡурҡҡан мышы балаһы күҙҙәрен мөлдөрәтеп бер әсәһенә, бер тирә-яғына ҡарана ла, хәүеф янағанын аңлап, йәшен тиҙлегендә урман эсенә инеп юғала...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар йыш булып тора. Ниндәй генә көслө, уҫал һәм етеҙ булмаһын, ҡырағай йәнлектәр ҡорал тотоп урманға аяҡ баҫҡан кеше алдында яҡлаусыһыҙ шул. Браконьерҙарға ҡарата ла саралар күреләҙер бит?

- Әлбиттә, - ти республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы хеҙмәтенең баш белгес-эксперты Фларид Исхаҡов. – Төрлө рейдтар үткәрелә, урмандарҙы йөрөп сығабыҙ, ғөмүмән, браконьерҙарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барабыҙ. Әгәр 2016 йылда ҡырағай йәнлектәрҙе законһыҙ атып алыусыларға ҡарата 29 административ протокол төҙөлһә, 2017 йылда инде уларҙың һаны 43-кә етте. Закон боҙоусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла, тәбиғәткә зыян килтергән өсөн ҙур штрафтар һалына.

Фларид Миңлехәйер улы районыбыҙҙа булған бер нисә ваҡиғаны миҫал итеп килтерҙе. Өфө “ҡунаҡтары” һунар итеү тыйылған ваҡытта һигеҙ ҡыр кәзәһен атып алып, 640 мең һумлыҡ зыян килтерә. Был сумма судҡа тиклем түләнелә, быға өҫтәп, браконьерҙарҙың ҡоралдары тартып алына һәм 90 мең һум штраф һалына.

Законһыҙ рәүештә өс ҡабан сусҡаһын атып алған өсөн Бәләбәйҙә йәшәүсе ике кешегә Әлшәй район суды 100-әр мең һум штраф “сәпәй”, бынан тыш, уларҙың ҡоралдары һәм һәр береһе 1 млн 300 мең һумлыҡ ҡаргиҙәрҙәре тартып алына. Улар шулай уҡ 195 мең һумлыҡ зыянды ла ҡаплай.

Был ваҡиға бөтә республикаға билдәле булды. Сөнки енәйәт ҡылыусылар ҡиммәтле техникаларынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн төрлөсә мутлашып ҡарай, ә унан һуң район судының хөкөм ҡарарына дәғүә белдереп, республика Юғары судына мөрәжәғәт итә, әммә юғары инстанция уны үҙгәрешһеҙ ҡалдыра.

- Был енәйәт әле ҡылынған булһа, уларға кәмендә 500-әр мең һум штраф түләргә тура килер ине, - ти Ф. Исхаҡов. – 2018 йылдың 8 июленән Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 258-се статьяһына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер хайуандар донъяһына килтерелгән зыян 40 мең һумдан артып китһә, ул бик ҙур, әгәр 120 меңдән күберәк булһа – айырыуса ҙур тип һанала, тимәк, штраф күләме лә 500 мең һумдан 1 миллионға тиклем булыуы ихтимал. Шуға ла тәтегә баҫыр алдынан бының ниндәй эҙемтәгә килтерәсәге тураһында уйлағыҙ.

Һунарсылыҡ инспекторының ярҙамсылары булмаһа, ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау бурысын атҡарып сығыу бик ауырға тура килер ине. Был эштә участка уполномоченныйҙары Марат Юнысов, Рәмил Шәүәлиев, Венер Минһажев, “Әлшәй” һунарсылыҡ хужалығы эшселәре, эшҡыуарҙар Эльмар Хафизов һәм Роман Ибоян хайуандар әүҙем ҡатнаша. Эске эштәр министрлығы бүлегенең тәү тикшереү бүлексәһе етәксеһе Ривәл Мәрҙиевтың юғары һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһендә енәйәт эштәре судҡа еткерелә. Фларид Миңлехәйер улы “Әлшәй“ һунарсылыҡ хужалығы егеры Рәфис Зиязовтың тырыш хеҙмәтен дә билдәләп үтте. Тәбиғәтте һәм уның байлыҡтарын һаҡлаусы энтузиастар ярҙамында был хужалыҡ биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа тояҡлылар (мышы, ҡабан сусҡаһы, ҡыр кәзәһе), ҡиммәтле тиреле йәнлектәр һәм һыу кейектәре һанын тергеҙелгән.

Һунарсылыҡ инспекторының, егерҙарҙың, бөтә хайуандар донъяһын һаҡлаусыларҙың маҡсаты бер – закон боҙоу осраҡтарына, браконьерҙарҙың тәбиғәткә һәм урман кейектәренә зыян килтереүенә юл ҡуймау.

Фларид Исхаҡов һунарсылыҡты күҙәтеү өлкәһендә егерме йылдан ашыу хеҙмәт һала. 2014 йылдан – Әлшәй, Миәкә, Бәләбәй, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондары территорияларында хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса дәүләт һунарсылыҡ инспекторы. Ҡырағай йәнлектәрҙе һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн ике тапҡыр – 2001 һәм 2018 йылдарҙа Башҡортостанда билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин ойошторған Ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фондының “Урман рыцары” тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ була.
Читайте нас: