Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2018, 13:30

Тыуған йорттоң тупһаһына баҫһам, Йөрәгемдә яңы йыр тыуа!

Мәндәндәр ауылдарының 240 йыллығын күңелле үткәрҙе

Был көндө иртән-иртүк тирә-яҡҡа күңелле йыр-моңдар таралды. Һуңғы әҙерлек эштәре атҡарылып, тамашасылар өсөн эскәмйәләр ҡуйылды, сәхнә биҙәнеләр, сауҙа палаткалары, батуттар урынлаштырылды. Байрам үтәһе урынға күрше-тирә ауылдарҙан автомобилдәр ағылды. Халыҡ әкренләп мәктәп майҙансығына йыйылды. Бер генә көнгә булһа ла тормош мәшәҡәттәренән арынған кешеләр ихласлап бер-береһен ауылдың юбилейы менән ҡотланы, һәр кемдең йөҙөндә көләс йылмайыу балҡыны. Ошо байрамға тип әҙерләгән ҡупшы күлдәктәрен кейеп тантанаға килгән гүзәл заттарға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Байрамды башлап, Фәрит хәҙрәт изге доғалар уҡыны. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын сәхнәләштерҙе, тамаша тарих уҡытыусыһы Р. Р. Шәүәлиеваның тасуирламалары менән үрелеп барҙы. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Илгиз Шәүәлиев һәм татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флүзә Хурамшина байрамды “Моңдар ҡайтһын ауылға” йыры менән асып ебәрҙе. Мәндәндәрҙе район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе М. Ф. Әкимбәтов, ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Д. Р. Хәшимова, “Мәндән” йәмғиәте директоры Р. М. Мирсәйетов, шағирә З. М. Муллағәлиева һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне. Улар ауылдың хөрмәтле кешеләренә почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исеменә ихлас теләктәр яңғыраны, улар тантаналы шарттарҙа иҫтәлекле бүләктәр ҙә алды.
50-60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙарын көслө алҡышлап тәбрикләнеләр. Шулай уҡ быйыл көмөш туйҙарын билдәләүселәр, йәш парҙар, йәш ата-әсәләр, яңы тыуған сабыйҙар һәм “Өлгөлө йорт”, “Иң матур баҡса” конкурсы еңеүселәре лә ситтә ҡалмаһы. Бүләкләү тантанаһы район мәҙәниәт һарайы артистары Земфира Ситдиҡова, Наилә Шәрипова, Артур Шәйәхмәтов, Нияз Ғиззәтуллин, Наил Абдуллин, Мәндән ауылының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар Илгиз Шәүәлиев, Роза Минһажева, Земфира Шәүәлиева, Светлана Мөхтәрова, Иҫке Васильевка ауылының Алһыу Сөләймәнова етәкселегендәге бейеү төркөмө, Ыҫлаҡтан Гөлфирә Мөхтәсимованың сығыштары менән үрелеп барҙы.
Байрамда яҡташыбыҙ, үҙенең йырҙарын башҡарыусы Зарема Әйүпова, шулай уҡ Венер Ҡәйүмов, Зөлфирә Сираева, Ризуан Хәкимов үҙ төркөмө менән сығыш яһаны. Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марат Ғәлимуллинды көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар, ул өҙҙөрөп тальян гармунда уйнап ҡыуандырҙы.
Бағыусылар Ринат Ғиззәтуллин, Фәнис Зиннәтуллин, Минислам Ғиззәтуллин, Илгиз Лотфуллин, Рәмзис Фәрүәзов, Гөлшат Минһажева, Фәрит Сафин, ауыл старостаһы Рәхимйән Ғәлимуллинға, ветерандар советы рәйесе Рәфис Хурамшинға, ауылдаштарыбыҙ Илдус Лотфуллин, Роза Минһажева, Земфира Шәүәлиева, Флүрә Фазлыева, Радик Әсәҙуллин, Рәмил Ноғоманов, Марат Ғиззәтуллин, мәктәп директоры З. Г. Ситдиҡоваға байрамды уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
... Кискә тиклем майҙанда йыр-моң тынманы, концерттан һуң дискотека булды, унда ауылдың бөтә йәштәре йыйылды, ә өлкәнерәктәр күңелле осрашыу-күрешеүҙәрҙән илһам-дәрт алып, өйҙәренә таралышты.
Гүзәл СИТДИҠОВА,
Мәндән мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: