Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2018, 13:15

Бассейнлы буласаҡбыҙ!

Районда юбилей объекты төҙөлә башланы.

Республикабыҙ өсөн һәр яҡлап та мөһим 2019 йыл яҡынлаша. Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы, Башҡорт драма театрының, республиканың архив хеҙмәтенең 100 йыллыҡтарын билдәләйәсәк. Шулай уҡ Өфөлә Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ. 2020 йылда үткәреләсәк Бөтә донъя фольклориадаһына һәм 2021 йылдағы умартасылыҡ буйынса “Апимондия” конгресына әҙерлек дауам итәсәк. Ә иң ҙур һәм мөһим ваҡиға, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы буласаҡ.

-Юбилей барыбыҙ өсөн дә дөйөм байрамға әүерелергә тейеш, ул Рәсәй федерализмы тарихында иҫтәлекле дата булараҡ, Башҡортостандан ситтә лә билдәләнәсәк, - тине сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” тип аталған ҙур күләмле проект та ҡаралды. Хәбәр итеүебеҙсә, уны бойомға ашырыу сиктәрендә районыбыҙҙа бассейны менән физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү планлаштырылды. Үткән аҙнала тантаналы шарттарҙа буласаҡ спорт объектының беренсе нигеҙ ташы һалынды.

- Бассейн – әлшәйҙәрҙең күптәнге хыялы. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проекты һөҙөмтәһендә ул, ниһайәт, тормошҡа ашасаҡ. Район оҙаҡ көтөлгән бассейны менән яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы аласаҡ. Һәм бөгөн, буласаҡ объекттың тәүге нигеҙ ташы һалынған көндө, бөтә район халҡы исеменән төҙөүселәргә проектты тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Спорт ҡоролмаһы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы янындағы стадионда төҙөләсәк. Проектҡа ярашлы, унда 25-әр метрлы йөҙөү юлдары менән ябыҡ бассейн, баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн стандарт спорт залы буласаҡ. Объект республикаға 112 миллион һумға төшәсәк. Был эштәрҙе подрядсы булараҡ башҡорт лицейын яңыртыуҙа ҡатнашҡан “СФ-15 БНЗС” төҙөлөш компанияһы башҡарасаҡ.

Дамир Радик улының һәм яҡташыбыҙ Владимир Нагорныйҙың теләктәренә яуап итеп, төҙөлөш компанияһы етәксеһе Әлфәт Хәсәнов төҙөлөш-монтаж эштәрен проект срогынан алдараҡ – яңы 2019-2020 уҡыу йылы башына тамамларға вәғәҙә бирҙе.

Читайте нас: