“Известия” гәзите белдереүенсә, тоҙ ҡаптары тышлығындағы “поваренная” һүҙе “пищевая” менән алмаштырыласаҡ, сөнки, эксперттар әйтеүенсә, хәҙер тоҙ ҡайнатыу процесы оҙайлы түгел. Бынан тыш, етештереүселәр тоҙға калий йодидын башҡаса өҫтәмәйәсәк, ә калий йодатын ҡулланасаҡтар. Һөҙөмтәлә тоҙҙоң файҙаланыу срогын 9–12 айҙан 18 айға тиклем арттырырға мөмкинлек тыуасаҡ.