Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2018, 11:35

Үҙ участкаңдан ситтә лә тауыш бирергә мөмкин

Уҙған Президет һайлауҙарында күп кенә әлшәйҙәр “Мобиль һайлаусы” өҫтөнлөктәрен һынап ҡарарға өлгөрҙө лә инде.

9 сентябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға ла әлшәйҙәр алдан әҙерләнә. Тәүгеләрҙән булып территориаль һайлау комиссияһына булыу урыны буйынса тауыш биреү тураһында ғариза менән 77 йәшлек Ришат Хурамшин мөрәжәғәт иткән. Һайлаусы район үҙәгендә теркәлгән, әммә һайлау көндө Мечниково ауылында буласаҡ. Баҡһаң, Ришат Динислам улының мобиль һайлаусы тәжрибәһе бар икән: март айындағы һайлауҙарҙа ла ул конституцион хоҡуғынан файҙаланыу мөмкинлеге алыу өсөн тәүгеләрҙән булып ғариза менән район комиссияһына мөрәжәғәт иткән. Участка комиссияһына ғариза бирергә мөмкин булһа ла, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, был юлы ла ул үҙе Раевкаға килгән.

- Бына шундай аңлы граждандарҙың булыуы ҡыуаныслы, ундайҙар күберәк булһын ине,- ти территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шафиҡова.

Читайте нас: