Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2018, 11:54

КОИБ-тар ярҙамға киләсәк

9 сентябрь – республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа әлшәйҙәр йәнә электрон ҡоролмалар ярҙамында тауыш бирәсәк.

Республика буйынса 811 участка һайлау бюллетендарын эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырыла, шуның дүртеһе беҙҙең районда буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, КОИБ-тар, йәғни электрон урналарҙы, әлшәйҙәр тәүге тапҡыр 2011 йылда һынап ҡараны. Артабан улар 2012, 2014, 2016 йылдарҙа һайлауҙар ваҡытында ҡулланылды. Һайлауҙы ойоштороусылар фекеренсә, тауыш биреүҙең бындай формаһы һайлаусылар өсөн дә уңайлы, участка комиссиялары ағзалары эшен дә күпкә еңеләйтә. Прибор бюллетендәрҙе сканер аша үткәреп, һайлаусылар һанын иҫәпләй, тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһында протокол сығара һәм автоматик рәүештә “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһына ебәрә.

Ил Президентын һайлауҙа электрон ҡоролманың теүәл эшләүен һәм уның “яғымлы мөғәмәләһен” район үҙәгенең 821-се (социаль-мәҙәни үҙәк бинаһында), 826-сы (4-се мәктәп), 827-се (лицей), 828-се (гимназия) участкаларында тауыш биреүселәр баһаланы ла инде. 9 сентябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депуттары өсөн тауыш биреүҙә лә районда биш меңдән ашыу һайлаусыға аҡыллы ҡоролма – КОИБ-тар ярҙамға киләсәк.

Читайте нас: