Һайлау кампанияһының үҙенсәлектәре, Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек барышы тураһында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә ШАФИҠОВА һөйләй.
- Алда торған һайлау республикабыҙ өсөн ысынлап та бик мөһим. 110 депутат мандаты бүленәсәк: бер мандатлы һайлау округтары (бер һайлау округы – бер депутат) буйынса – 55, һайлау берекмәләре күрһәткән кандидаттар исемлектәре өсөн бирелгән тауыштар һанына пропорциональ берҙәм республика һайлау округы буйынса 55 депутат һайланасаҡ. Йәғни тауыш биреү көнөндә һәр һайлаусы икешәр һайлау бюллетене аласаҡ – уларҙың береһе буйынса сәйәси партияны, ә икенсеһе буйынса депутат һайлаясаҡ.
Бөгөн районыбыҙҙа 31687 һайлаусы иҫәпләнә. Беҙ, йәғни тулыһынса Әлшәй районы территорияһы 32-се Асылыкүл һайлау округына инәбеҙ. Бында шулай уҡ Дәүләкән (8889 һайлаусы), Бәләбәй райондарының һәм Бәләбәй ҡалаһының (16261 һайлаусы) ҡайһы бер өлөштәре инә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән бер мандатлы ике округ – 32-се Асылыкүл һайлау округы һәм 33-сө Бәләбәй һайлау округы вәкәләттәре Бәләбәй районының территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтелде.
- Рәйлә Таһир ҡыҙы, районыбыҙҙа тауыш биреү, элекке кеүек, 49 участкала уҙасаҡ, уның барышын комиссияларҙың яңы составтары тәьмин итәсәкме?
-Эйе, район территорияһында 49 һайлау участкаһы: Раевка ауылында – ун, ауыл биләмәләрендә 39 участка төҙөлдө. 829-сы һайлау участкаһы иң ҙуры, унда һайлаусылар һаны 2053 кешегә етә. 1001 кешенән алып 2000 кеше теркәлгән ун участка бар. Ун дүрт участкала һайлаусылар һаны 501-ҙән 1000-гә етә, ә егерме дүрт участкала 500-ҙән әҙерәк һайлаусы тауыш бирәсәк. Иң бәләкәй 855-се һайлау участкаһы Нефороща ауылында урынлашҡан – бында ни бары 94 һайлаусы.
Территориаль комиссия тарафынан 49 участка һайлау комиссияһының яңы составтары ойошторолдо. Уларҙа хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә 384 ағза эшләйәсәк. Комиссиялар биш йылға төҙөлдө. Шулай уҡ территориаль комиссияның да составы яңыртылды.
- Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү 27 июлдә тамамланды...
- 27 июлгә ҡарата бер мандатлы 32-се Асылыкүл һайлау округында ете кандидат теркәлгән, уларҙың алтыһын - сәйәси партиялар һәм бер кандидат үҙ-үҙен күрһәткән. Һайлау берекмәләре һәм кандидаттар, уларҙың һайлау алды программалары тураһында мәғлүмәт менән район гәзитендә, республика баҫмаларында, дәүләт телерадиоканалдарында, шулай уҡ беҙҙең район сайтында танышырға мөмкин.
- Һайлау көнөндә ялда йәки вахтала булған һайлаусылар үҙ конституцион хоҡуҡтарынан файҙалана аламы, сөнки төбәк һайлауҙары уҙасаҡ бит?
- Ил Президентын һайғандағы кеүек үк, “Мобиль һайлаусы” механизмы иҫәптән төшөрөү таныҡлыҡтары системаһын алмаштырасаҡ һәм булыу урыны буйынса тауыш биреү процедураһын уңайлыраҡ итәсәк. Ләкин шуныһы мөһим, һайлаусы Башҡортостан сиктәренән сыҡмаҫҡа тейеш. Әгәр ул республиканан ситкә китә икән, тауыш бирә алмаясаҡ. Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш биреү юҡ.
9 сентябрҙә булған урын буйынса тауыш бирергә ниәтләгән һайлаусыларҙан территориаль һайлау комиссияһы ҡарамағындағы ғаризалар ҡабул итеү пункты 25 июлдән алып эшләй. Ғаризаларҙы Күп функциялы үҙәк, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша ла бирергә мөмкин. 29 августан һәр һайлау участкаһында ғаризалар ҡабул итеү пункттары эшләйәсәк.
Фәнүзә СУФИЯНОВА яҙып алды.