Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2018, 16:25

Диңгеҙ юлы беҙҙе осраштырҙы

Район үҙәгендә Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнө алдынан тағы ла бер һәйкәл асылды

Сағыу йәйге ҡояш, ихлас ҡул биреп күрешеүҙәр, осрашыуҙар һәм, әлбиттә, тельняшкалар, бескозыркалар, Андреев флагтары һәм тирә-яҡты яңғыратып “Ура!” ҡысҡырыуҙар – Әлшәй диңгеҙселәре хөрмәтенә таҡтаташ асылыуға арналған тантананы Раевканың мәҙәниәт һәм ял паркында бына шулай билдәләнеләр.

Әгәр бер нисә йыл элек район үҙәге паркында Дан аллеяһы буласаҡ тип әйтһәләр, күптәр ышанмаҫ ине. Ә бит бер йыл эсендә бында бер юлы өс һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Тәүҙә сик буйы һаҡсыларына, унан һуң яугир-интернационалистарға таҡтаташ ҡуйылды һәм бына Әлшәй диңгеҙселәренә сират етте.

Был ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан әлшәйҙәрҙе ҡотларға Юлай Моратов етәкселегендә Башҡортостандың Диңгеҙ Йыйылышы, республика хәрби комиссариаты вәкилдәре һәм диңгеҙ флоты офицерҙары килде. Әлбиттә, төрлө быуын Әлшәй диңгеҙселәре, Хәрби-Диңгеҙ Флоты ветерандары һәм яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан егеттәр иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙың эргәһендә тельняшкалар һәм бескозыркалар кейгән ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, ейәндәре урын алды. Диңгеҙселәрҙе байрамдары менән тәбрикләргә сик буйы һаҡсылары һәм Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ Флоты менән ғорурланыусы әлшәйҙәр ҙә килде.

Бер-бер артлы ҡотлауҙар яңғырай, һәйкәл төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан диңгеҙселәргә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырыла һәм ниһайәт, аҡ туҡыма төшөрөлә. Таҡтаташ плитаһына бөйөк рус адмиралы Нахимовтың: “Диңгеҙсегә ауыр йәки еңел юл юҡ, тик дан юлы ғына бар!” тигән һүҙҙәре яҙылған. Эргәлә – якорь, икенсе яҡта – бескозырка. Ә бер аҙ түбәндәрәк тыныс ваҡытта хәрби бурысын үтәп һәләк булған һигеҙ диңгеҙсенең исеме уйып яҙылған. Раил Шәкүров, Наил Хафизов, Рәмил Хафизов, Азат Сәйәхов, Геннадий Монтрин, Ғаяз Яхин, Иҙрис Хәйруллин, Раил Юнысов... Күкһел томандар һәм көслө һалҡын елдәр аша тыуған еренә аяҡ баҫыу насип булмаған диңгеҙселәр иҫтәлегенә веноктар һәм сәскә гөлләмәләре һалына.

Читайте нас: