Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2018, 13:48

Юлдар, шишмәләр, һыу үткәргес селтәрҙәре

Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙы төп маҡсаттарының береһе итеп билдәләгән “Реаль эштәр” проекты ғәмәлдә булыуын дауам итә.

Районыбыҙҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты беренсе йыл ғына бойомға ашырылмай һәм был йәһәттән күп кенә эштәр атҡарылды. Мәҫәлән, Әбдрәшит, Ҡармыш, Шафран, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Үрге Әүрез һәм Себенле ауылдарында, Отрада ауылының Үҙәк, Фән ауылының Мәктәп урамдарында, шулай уҡ Раевка – Иҫке Аҡҡолай, Тавричанка – Ярташлы участкаларында юлдар һалынды һәм ремонтланды. Красный Клин ауылына газ индерелде, Ыҫлаҡ йылғаһы аша күпер ремонтланды, Хәнйәр ауылында йылға ярҙарын нығытыу эштәре үткәрелде. Үрге Әүрез, Айҙағол, Һарыш, Тәүәтәй һәм Колонка ауылдарында шишмәләр төҙөкләндерелде, Әбдрәшиттә урман һыҙаттары тәртипкә килтерелде. Әбдрәшит, Айҙағол, Колонка, Ҡармыш, Сурай, Һарыш һәм Тәүәтәй ауылдарында иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүҙә аныҡ ярҙам күрһәтелде.

Партия проекты сиктәрендә быйыл йәй район үҙәгендә һыу үткәргес селтәрҙәргә капиталь ремонт яһала. Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы, район хакимиәте һәм Раевка ауыл биләмәһе вәкилдәренән торған комиссия объекттар буйлапр рейд үткәрҙе. Ике участкала эштәр тамамланған: Киров урамында - 446 метр, Гагарин урамының 2-се йортонан алып Космонавтар урамындағы 2-се йортҡа тиклем – 399 метр һыу үткәргес селтәре ремонтланған, шул нисбәттә 478319 һумлыҡ һәм 316986 һумлыҡ эштәр башҡарылған.

Олеся КАРАТЕЕВА,

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе.