Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2018, 11:57

Уҡыу частарында, фәнни ротала

Илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренә яҙғы саҡырыу һөҙөмтәләре тураһында беҙ Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Яблонскийҙың һөйләүен үтендек.

- Районда армия хеҙмәтенә саҡырыу, һәр ваҡыттағыса, яҡшы үтте. Йәш яугирҙәр составында Әлшәйҙең 67 егете лә үҙенең хәрби бурысын үтәргә юлланды. Улар Тыуған илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә - Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем, төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәсәк. Егеттәр тәүге айҙарҙа уҡыу частарында башлыса хәрби һөнәр нескәлектәрен өйрәнәсәк.

Район тарихында тәүге тапҡыр бер егетебеҙ фәнни ротаға алынды, ә унда эләгеүе, белеүегеҙсә, еңел түгел. Бының өсөн юғары белем алырға, ә иң мөһиме - ғилми эшкә ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш. Был юлы фәнни роталарға Башҡортостандан ни бары 13 кеше һайланды, улар араһында Раевка 2-се урта мәктәбен тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетының бакалавриат һәм магистратураһын отличиеға бөтөргән Илнур Хөсәйенов та бар. Ул һайлап алыу йомғаҡтары буйынса күптән түгел Рәсәй Президенты Указы буйынса ойошторолған яңы, әлегә берҙән-бер “Эра” хәрби инновацион технополисында хеҙмәт итәсәк.

Егеттәребеҙ, башлыса был аҙымдың бөтә яуаплылығын аңлап, хеҙмәт итергә ҙур теләк менән китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән “ҡасып” йөрөүселәр ҙә бар. Улар 1 октябргә - көҙгө саҡырыу башланғанға тиклем хәрби комиссариатҡа килергә тейеш, юғиһә административ штрафҡа дусар ителәсәктәр. Был хаҡта уларҙың үҙҙәрен генә түгел, ата-әсәләрен дә иҫкәртәбеҙ. 27 йәшкә тиклем егеттәргә ике аҙна дауамында бөтә үҙгәрештәр - йәшәгән, эшләгән урындарын алмаштырыуҙары, уҡырға инеүҙәре тураһында беҙгә хәбәр итергә кәрәк. Хәрби хеҙмәттән ситләшеү һеҙҙең киләсәк яҙмышығыҙға, карьерағыҙға йоғонто яһаясағын онотмаһағыҙ ине. Сөнки яңы закон буйынса һеҙ дәүләт хеҙмәтенә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә урынлаша алмаясаҡһығыҙ.

Армияға яңы китеүселәргә уңыштар һәм хәрби бурыстарын үтәп, тыуған йорттарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.