Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2018, 12:02

Беҙҙең өсөн мәңге тере ул

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға тиҫтәләрсәйылдар уҙһа ла, ирле-ҡатынлы Хажиғәлиевтарҙың йөрәк яралары уңалмай. Ҡәһәрлеһуғыш уларҙың иң ҡәҙерле кешеләрен, аталарын, ғәмһеҙ бала сағын, бәхетле йәшлегентартып ала.

Икеһе лә - ғаилә башлығы Саниәхмәт Фазлый улы һәм уның ҡатыны Тәслимә Карраметдин ҡыҙы ла, етем үҫәләр, уларҙы өләсәй һәм олатайҙары кеше итә. Үҫмер саҡтарынан уҡ эшләй башлайҙар. Ә унан һуң ун ете йәшлек ике етемде ҡауыштыра.

Беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ғаиләбеҙ тарихы, уның тамырҙары, сығанаҡтары – баһалап бөткөһөҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йөҙҙәрсә мең кешенең тормошонан тотош бер осорҙо һыҙып ташланы. Күпме һалдат яу ҡырҙарында башын һалды, күпме яугир туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, ә күпме кеше хәбәрһеҙ юғалған. Саниәхмәт Фазлый улы ла ғүмере буйына үҙҙәренең шәжәрә ағасындағы буш урынды тулыландырыу тураһында хыяллана.

-Оҙаҡ йылдар мин атайым яҙмышы тураһында бер нимә лә белмәнем, - ти ул. - Уны Алкиноға хәрби йыйынға ебәргәс, мин тыуғанмын. Шулай ҙа әсәйем менән өләсәйем атайыма беренсе балаһын - мине, ун ғына көнлөк сабыйҙы күрһәтергә өлгөргәндәр. Башҡорт яугирҙәре фронтҡа юл тотҡан эшелон бер аҙға ғына Шафран станцияһында туҡтала. Өләсәйем һөйләүенсә, атайым мине бер нисә минутҡа ғына ҡулына ала һәм миңә Саниәхмәт тип исем ҡушыуҙарын үтенә...

Генерал Шайморатовтың легендар 112-се атлы дивизияһы кавалерисы Фазлыйҙан яҡындары бер нисә генә хат ала. “Мин алғы һыҙыҡтамын.. Атым яраланды...” Тиҙҙән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ килеп төшә...

Саниәхмәт малай сағында атаһын изге күңелле, көслө кеше итеп күҙ алдына килтерә. Уға атаһының бик талантлы, белемле һәм әүҙем кеше булыуы тураһында һөйләйҙәр. Ул комсомол комитетын етәкләгән, өҙҙөрөп баянда уйнаған, матур итеп һүрәт төшөргән. Оҙаҡ ваҡыт Саниәхмәт уны,бәлки, ҡайтыр, тип өмөтләнеп көткән, ә үҫә төшкәс инде нисек һәләк булыуын, ҡайҙа ерләнеүен белеү теләге менән янған. Әммә эҙләнеүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. 1969 йылда “Ағиҙел” журналында Сәғит Әлибаевтың “Беҙ – шайморатовсылар” тип аталған мәҡәләһе донъя күрә. Кавалерия дивизияһында сәйәси бүлек етәксеһе булып хеҙмәт иткән автор үҙ хәтирәләрендә башҡорт һыбайлыларының яуҙа үҙ-үҙҙәрен аямауҙары тураһында һөйләй. Унда бына шундай юлдар ҙа була: “Сталинградтан алыҫ түгел Озерки районында торабыҙ. Һөжүмгә йәшерен әҙерлек бара. 20 июндә оборона ваҡытында Әлшәй районының Үрге Әүрез ауылынан хәрби дуҫтарыбыҙ Фазлый Хажиәхмәтов һәм Сәғит Хафизов батырҙарса һәләк булды”.

Бына шулай улы атаһының нисек һәм ҡайҙа һәләк булыуы тураһында белә. Тәүге координаттар билдәле була, ә күңелдә йәнә өмөт сатҡылары ҡабына. Ләкин Дон буйҙары икһеҙ-сикһеҙ. Ҡайҙа барырға? Ҡайҙан эҙләй башларға? Ул ваҡытта уға бер кем дә теүәл генә яуап бирә алмай. Хәҙер генә, Интернет селтәре ярҙамында, ҙур мөмкинлектәр асылды. Саниәхмәт Фазлый улына хыялын тормошҡа ашырырға килене, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының башланғыс синыф уҡытыусыһы Флүзә Һиҙиәт ҡыҙы ярҙам итә. Ул мәктәптә балалар менән тикшеренеү проекты өҫтөндә эшләй. Эҙләнеүҙәр барышында коллегаһы Гөлүзә Рәйес ҡыҙы Шәйәхмәтова менән Липецк өлкәһенең Тербунский районы территорияһындағы алышта 112-се Башҡорт атлы дивизияһындағы юғалтыуҙар исемлеге баҫылған сайтҡа тап була. Туғандар ҡәберлегендә ерләнгәндәр араһында Саниәхмәт Фазлый улының ғүмере буйына эҙләгән кешеһе тураһында ла мәғлүмәт була.

Оҙаҡ көтөлгән хәбәрҙе алғас та, фронтовиктың улы ҡустыһы Рәмил менән юлға әҙерләнә башлай. Меңдәрсә саҡрым юл үтеп, Липецк өлкәһенә барып етәләр. Бында 1942 йылдың йәйендә Борки районында ҡан ҡойғос алыштар була. Был яуҙа бик күп һалдаттар башын һала, һәйкәлдәр һәм туғандар ҡәберлеге – Еңеүҙең күпме ҡорбандар биреп яуланыуы тураһында һөйләүсе шаһиттар ул. Һәм бына күп һанлы мәрмәр плиталарҙың береһендә – таныш фамилия, оҙаҡ йылдарҙан һуң, атаһының ҡәбере алдында күҙ йәштәрен йәшермәй улы баҫып тора һәм уға сәскәләр менән бергә тыуған Башҡортостанынан алып килгән тупраҡты ла һала.

Саниәхмәт Фазлый улының күҙҙәренән уның бик шат булыуы күренеп тора. Атаһы алдында бурысын үтәне ул. Хәҙер инде балалары, ейәндәре һәм бүләләре тарихты китаптарҙан уҡып ҡына түгел, ә ғаилә архивтарынан да белә аласаҡ. Ә был шәжәрәлә легендар Шайморатов дивизияһының Еңеү хаҡына ғүмерен ҡорбан иткән ҡурҡыу белмәҫ яугире, Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты, ун туғыҙ йәшлек Фазлый Хажиғәлиев киләһе быуындар хәтерендә мәңге йәш булып ҡаласаҡ....


Саниәхмәт Хажиғәлиев Липецк өлкәһенең Борки ауылындағы туғандар ҡәберлегендә.

Читайте нас: