Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2018, 12:11

Һәр ваҡыт именлек һағында

Улар һөнәри байрамдарын да юлда, эш урынында ҡаршы аласаҡ.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында беҙ ишетеп кенә белмәйбеҙ. Тәүлек әйләнәһенә улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡаршы көрәш алып бара.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары полиция лейтенанттары Марсель Туғашев һәм Азат Шәйхетдинов тәү ҡарашҡа күҙгә артыҡ салынып бармаған, ауыр ҙа, хәүефле лә, әммә шул ваҡытта бик кәрәкле хеҙмәтте һайлаған. Икеһе лә – Әлшәй егеттәре, юғары юридик белемлеләр, ЮХХДИ бүлегенә эшкә килеп, улар был яуаплы һөнәрҙе үҙ иткән.

- Юлдарҙа көн һайын эскән килеш руль артына ултырған шоферҙарҙы күреү аяныс, - ти Марсель Рауил улы.

- Ҡағиҙәләрҙе боҙоусыны туҡтатып, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалып, һөнәребеҙҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ, был беҙгә эшебеҙҙә ышаныс тойғоһо бирә, - тип һүҙгә ҡушыла Азат Рәйес улы.

Эйе, хоҡуҡ тәртибе һаҡсылары һәр көндө тынғыһыҙ һөнәри бурыстарын намыҫ менән башҡара, өҙлөкһөҙ юл хәрәкәте, пассажирҙар һәм йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә, юл фажиғәләрен иҫкәртә. Улар һөнәри байрамдарын да юлда, эш урынында ҡаршы аласаҡ.

Читайте нас: