- Иң элек һайлауҙы ойоштороуҙың яңы кимәлен билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, илебеҙҙә беренсе тапҡыр ҡулланылған “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында республикабыҙҙың 130 меңдән ашыу гражданины һайлау көндө булған урыны буйынса тауыш бирә алды. Участка һайлау комиссияларының йомғаҡлау протоколдарында QR-кодировкалау технологияһын ҡулланыу йәнә бер яңылыҡ булды.Тауыш биреү процесының ғәҙеллеген бик күп күҙәтеүселәр күҙәтте. Быларҙың барыһы ла граждандарҙың һайлау системаһына һәм һайлау йомғаҡтарына ышанысын арттырҙы.
- Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһы барышында Үҙәк һайлау комиссияһына 178 мөрәжәғәт булды.Уларҙың барыһы ла закон тарафынан билдәләнгән ваҡытта ҡаралды, алты осраҡта ялыуҙар нигеҙле тип табылды. Беҙ хаталарға һәм етешһеҙлектәргә ентекле анализ яһаныҡ, уның һөҙөмтәләре эшлекле кәңәшмәләрҙә һәм семинарҙарҙа ҡаралды.
- Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса ғәйепле кешеләргә ҡарата административ саралар ҡулланылды, участка һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә биш ағзаһы үҙ вәкәләттәрен ҡалдырҙы һәм яңы төҙөлгән комиссиялар составына инмәне. Шуны билдәләп үтергә теләйем, йыш ҡына тауыш биреү көнөндә көсргәнешле эш ритмына бәйле килеп тыуған айырым закон боҙоу осраҡтары участка комиссияләры эшмәкәрлегенең дөйөм йомғаҡтарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһаманы. Форсаттан файҙаланып, республиканың Үҙәк һайлау комиссиясеһы исеменән Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек һәм уларҙы үткәреүҙә фиҙакәр эшләгәндәре өсөн бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларына ҙур рәхмәт белдерәм.
- Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү уның положениеларын федераль ҡануниәткә тап килтереү кәрәклегенә бәйле. Мәҫәлән, республика кимәлендәге һайлауҙа тауыш биреү көнөндә йәшәгән урынынан ситтә буласаҡ граждандар өсөн һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙың яңы тәртибе индерелде. Кандидаттарҙы, ҡултамғалар ҡуйыу ҡағыҙҙарындағы кандидаттар исемлеген хуплағанда гражданиндың йәшәгән урыны буйынса адресын күрһәтеүгә талаптар йомшарҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат инә. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округтар, еңеүсе кандидат башҡаларға ҡарағанда иң күп тауыш йыйырға тейеш, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.
- Партиялар өсөн һайлау кампанияһы кандидаттар исемлектәрен күрһәтеүгә бәйле конференциялар, йыйылыштар үткәреүҙән башлана. Был этап 30 көн дауам итә. Ҡануниәт үҙен-үҙе күрһәткән кандидаттарҙы һәм бер мандатлы округтарҙағы партияларҙан кандидаттар күрһәтеү өсөн дә шунса уҡ ваҡыт бүлә. Кандидаттар исемлектәрен күрһәткән партияларға, уларҙың бер мандатлы округтарҙағы кандидаттарына һәм үҙен-үҙе күрһәтеү тәртибендә һайлауҙа ҡатнашыусыларға үҙҙәрен хуплау өсөн һайлаусыларҙың ҡултамғаларын йыйырға кәрәк буласаҡ. Ҡануниәткә ярашлы, айырым партиялар ҡултамғалар йыйыуҙан азат ителә, уларҙың исемлеге республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған.
- Һайлау һөҙөмтәләре шик тыуҙырмаһын өсөн ул ҡануниәткә һәм демократик принциптарға ҡәтғи тура килтереп үткәрелергә тейеш. Башҡа бурыстарға килгәндә иһә, легитим һайлауҙар үткәреүҙең мөһим шарттарының береһе - һайлау комиссиялары ағзаларының профессионализмы. Беҙ быға айырым иғтибар бүләбез һәм бөгөн уларҙы әүҙем уҡытыу менән шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге комиссиялар һайлау тураһында мәғлүмәтте граждандарға еткереү өсөн бар тырышлығын һалыр һәм 2018 йылдың 9 сентябрендә һайлаусылар аңлы рәүештә тауыш бирһен өсөн бөтә шарттарҙы ла тыуҙырыр, тип уйлайбыҙ.
Район территориаль һайлау комиссияһы һәм 49 участка һайлау комиссиялары алдында республиканың юғары закондар сығарыу органына һайлауҙарға әҙерләнеү һәм ошо мөһим ваҡиғаны ҡануниәткә ярашлы, асыҡ һәм ғәҙел үткәреү бурысы тора