Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 12:50

Дарман алып, бер рухланыр өсөн Тыуған яғы кәрәк кешегә!

Ыҫлаҡ ауылына 280 йыл тулыуға арналған ҙур байрам уҙҙы

Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер

Тыуған ер, тыуған ауыл – һәр кем өсөн дә изге төшөнсә. Кеше бер ваҡытта ла йәнтөйәген онотмай. Сит тарафтарҙа йәшәһәк тә, йөрәк түрендә тыуған ауылыбыҙға булған һөйөү мәңге йәшәй, сөнки беҙ бында тыуғанбыҙ, хәтфә үләндә аунап, ялан тәпәй йүгереп үҫкәнбеҙ...

Байрам мәсеттән алыҫ түгел, иң матур урында үтте. Тантанаға Ыҫлаҡта тыуып-үҫеп ситтә ғүмер итеүселәр бик күп йыйылғайны. Шәмбе көндө йорт-ҡура мәшәҡәттәренән арынып, урындағы халыҡ та майҙанға ашыҡты. Уларҙың көләс йөҙҙәренән яҡташтары менән осрашыуға шат булыуҙары күренеп тора. Ысынлап та, халыҡ ауылдарының юбилейына ныҡлап әҙерләнгән: урамдарҙы тәртипкә килтергән, матур сәхнә төҙөп ҡуйғандар, ауыл тарихы сағылдырылған фотоһүрәттәрҙән стенд урынлаштырылған, урындағы оҫта ҡулдарҙың күҙ яуын алырлыҡ эштәренән күргәҙмә ойошторолған.

Матур йола буйынса Ыҫлаҡ мәсетенең имам-хатибы Фәнүр Ниғмәтуллин аят уҡыны. Сараны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Марс Мөхтәсимов асты.

- Ыҫлаҡ – матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, юғары ҡаҙаныштары, эшһөйәр халҡы һәм күренекле яҡташтары булған бай тарихлы ауыл. Йыл һайын ул күркәмләнә, уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырыла, шулай булғас, киләсәктә йәштәр бында күпләп ҡалыр тигән өмөт бар, - тип билдәләне сығышында район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе М. Ф. Әкимбәтов. – Бөгөнгө байрам тантанаһы барығыҙға ла бәхетле йылмайыуҙар, дуҫтар, туғандар менән аралашыу шатлығы килтерһен.

Һәр ташында тарих һаҡлана

Донъяла төрлө ауылдар бар. Бер ауыл – үҙенең тауҙары, икенсеһе – йылғалары, өсөнсөһө урмандары менән дан тота. Ә Ыҫлаҡ шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр. Ауыл мөһабәт Мөстәҡим тауы итәгендә, йылға буйында урынлашҡан. Элек биләмә икенсе төрлө аталған. Тәүҙә был ерҙәргә беренсе булып килеп ултырған мулла Әхмәр Абдрахимовтың тыуған ауылы исеме менән Һөйөндөк тип йөрөтөлгән, артабан – Әхмәр, шунан һуң ғына йылға исеме буйынса Ыҫлаҡ тип атала башлаған. Уның тупрағында йөҙләгән, меңләгән кешенең эҙе ҡалған һәм улар өсөн дә ул – тыуған ауыл, тыуған яҡ, тыуған төйәк. Шул кешеләрҙең ҡул көсө, аҡылы менән ауыл көндән-көн байыған, матурланған. Был турала тулы итеп әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған, күп йылдар мәктәптә биология һәм химия уҡытыусыһы булып эшләгән мәғариф ветераны М. С. Солтанов һөйләне. Марат Сәфәрғәли улы билдәле ғалим Ә. З. Әсфәндийәров йыйған мәғлүмәттәрҙе еткерҙе, үҙ фекерҙәре менән дә уртаҡлашты.

Бөгөнгө Ыҫлаҡ ауылы XVIII быуат аҙағында мишәрҙәр биләмәһе булған. Яйыҡ-ҫыбы-мең олоҫо башҡорттары 1738 йылда уҡ беренсе мишәр төркөмөн индерә. Мишәрҙәрҙең бер өлөшө бында ер хужалары рөхсәтенән башҡа килеп ултыра. 1749 йылда йәнә бер төркөм килә. Аҫаба башҡорттар һәм килмешәктәр араһындағы низағ мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙе талап итә. Ун йылдан һуң ғына, 1759 йылда килешеү төҙөлә, бер йылдан ул Өфө провинциаль канцелярияһы тарафынан раҫлана.

Билдәле булыуынса, үткәндәрҙе белмәй тороп, бөгөнгөһө булмай, бөгөнгөнө белмәй – киләсәк булмай. Ошо ябай ғына хәҡиҡәттән сығып, яҡташыбыҙ, меценат Наил Миңлеәхмәт улы Дауытов Ыҫлаҡта ауылға нигеҙ һалыныу тураһында төп мәғлүмәттәр сағылдырылған мемориаль таҡта асыу тәҡдиме менән сыға. Инициативаны ыҫлаҡтар үҙҙәре лә хуплай.

Бөгөн ауылда 344 йорт иҫәпләнә, унда бер мең кеше йәшәй. Урта мәктәптә 74 уҡыусы уҡый, балалар баҡсаһына 21 бала йөрөй. Мәҙәниәт йорто, мәсет, китапхана, табиблыҡ амбулаторияһы бар, сауҙа селтәре яҡшы үҫешкән. Һуңғы йылдарҙа яңы йорттар төҙөлә, урамдар төҙөкләндерелә. Күптәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ярҙамсы хужалыҡ тота. Ауылда дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы, шулай уҡ һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын эксплуатациялау федераль учреждениеһы эшләй.

Хужалар булып ҡалырбыҙ

Мәңге был ерҙә!

Байрам көндө, традиция буйынса, тыуған төйәгенең сәскә атыуы хаҡына намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләрне тәбрикләнеләр. Улар исеменә бик күп изге теләктәр һәм йылы һүҙҙәр яңғыраны. Бүләкләнеүселәр араһында 90 йәшен тултырған Рәйсә Ғәйнетдин ҡыҙы Ғөссәметдинова, Миннәт Зиннәт улы Уйылданов, Мәрүәр Нәмәт улы Сибәғәтуллин, Фәрхинур Фәррәх ҡыҙы Сәлимгәрәева ла бар.

65 йыл бергә татыу ғүмер кисергән ғаилә пары Миңленур һәм Рәхимйән Яҡуповтарҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Быйыл бергә тормош ҡороуҙарына 60 йыл тулған Сәүиә һәм Тәбрис Хәмиҙуллиндарҙы, 50 йыл бергә йәшәгән Гөлсимә һәм Зөфәр Ғибәҙуллиндарҙы һәм 40 йыл бергә ғүмер кисергән Вәсилә һәм Рафиҡ Ноғомановтар, Сәриә һәм Рәмил Әхмәтйәновтарҙы ла хөрмәтләнеләр. Күптән түгел беренсе ҡыҙҙары тыуған йәш ата-әсә Динара һәм Айрат Хаживәлиевтарҙы ла ҡотлап үттеләр.

Авыл Советы иғлан иткән төрлө конкурстар еңеүселәре билдәләнде. Мәҫәлән, матур йорт хужалары тип Гөлфирә һәм Илдус Зиннәтуллиндар, Вәсилә һәм Рафиҡ Ноғомановтар, Ирина һәм Марат Ғәлиәкбәровтар табылды. “Иң оста куллы ир-ат” тигән исем Ильяс Кашапов һәм Айрат Саматовҡа бирелде, ә иң уңған аш-һыу оҫталары тип Тәслимә Мөхтәсимова, Роза Әхмәтгәрәева һәм Рауза Әбделвәлиева, иң күп сәскә үҫтереүсе – Әлфиә Уразалиева һәм Вәсилә Зиннәтуллина табылды. “Күп балалы татыу ғаилә” номинацияһында алты балаға ғүмер биргән Розалия һәм Фидан Ахуновтар, биш бала ата-әсәһе Әлфиә һәм Дамир Харрасовтар еңеүсе булды. Мәктәп директоры Раушания Хәбибуллина, ауыл старостаһы Мәрүәр Хәмиҙуллин, ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Айрат Ғәниев, шулай уҡ хеҙмәт ветераны Мәжит Мөхтәсимов “Ауылдың иң әүҙем кешеһе” исеменә лайыҡ булды. Юбилей тантанаһын уҙғарыуға бағысылыҡ ярҙамы күрһәткән “Берлек” йәмғиәтенә һәм ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән эшҡыуар Илдар Ризуановҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Бүләкләүҙәр моңло лирик йырҙар, күңелле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Байрамға килеүселәр үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар Гөлшат Сафина, Гөлфия Насирова, Диана Ғәзизова, Резеда Ғәниева, Наилә Шәрипова һәм Наил Харрасов, Рита Шандинова, Илгиз Шәрәфетдинов, Гөлфирә Мөхтәсимованың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Сараны ойоштороусылар балалар тураһында ла онотмаған. Майҙанда спорт ярыштары һәм шаян конкурстар үткәрелде, төрлө аттракциондар эшләне, туңдырма менән дә һыйланылар. Тирмәләр һәм палаткалар эргәһендә ҡыҙыу сауҙа барҙы. Ауылдаштар рәхәтләнеп аралашты, “Мин Ыҫлаҡты яратам” логотипы янында фотоға төштө, тәмле былау һәм шашлыктан ауыҙ итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам шәп үтте!

Читайте нас: