Берәүҙәре соҡор-саҡырҙарҙы саң-туҙандан таҙарта, икенселәре асфальт һала. Быйыл йәй Раевка ауыл биләмәһендә ниндәй юлдар ремонтланасағы һәм бөгөн ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында ауыл Советы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Айҙар улы КИЛСУРИН һөйләй:
- Билдәле булыуынса, ауыл урамдарындағы юлдар йыл һайын төҙөкләндерелә. Әммә аҡса етмәү сәбәпле, эштәрҙе ҙур күләмдә алып бара алмайбыҙ. Шуға ла тәү сиратта айырыуса ныҡ таушалған участкалар ремонтлана. Асфальт башлыса “өлөшләп” һалына. Ауыл Советы мониторингы һәм халыҡ үтенесе буйынса Ленин, Киров, Коммунистик, Перезд һәм Комсомол урамдары, Дәүләкән тыҡрығындағы юлдар ошо алым менән ремонтланды, бөтәһе 9 мең квадрат метрға яҡын участкаға асфальт һалынды.
Вокзал алдындағы майҙанда ла күләмле эштәр атҡарылды. Хәтерегеҙҙәлер әле, бында ямғырҙан һуң ҙур күләүектәр йыйыла ине. Юлды бер аҙ күтәртеп, асфальт һалдыҡ. Перезд урамында юл йорттарға яҡын үтә ине. Халыҡ һорауы буйынса уны бер метрға ситкәрәк күсерҙек. 6-сы балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәрҙең ата-әсәләренән дә Комсомол урамы торошо буйынса күп мөрәжәғәттәр булды. Хәҙер Космонавтар урамынан Гагарин урамына тиклемге юл учаскаһына асфальт һалынды.
Бөгөн юлдарҙы “өлөшләп” тергеҙеү тамамланды. Ремонтты “Стройгазцентр” йәмғиәте компанияһы алып барҙы.
Иң оҙон һәм транспорт күп йөрөгән Дзержинский урамындағы ныҡ таушалған юлды ла капиталь ремонтлау башланды. Асфальт Ауыл хәбәрсеһе урамынан Ҡырғыҙ-Миәкә-Өфө трассаһына тиклем сыҡҡан юлға тиклем һалынасаҡ. Эштәрҙе башҡарыуға тендерҙы “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы – Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы алды. Был юл киләсәктә ауыл халҡына бер нисә тиҫтә йылдар хеҙмәт итер һәм унда бер ниндәй юл-транспорт фажиғәләре лә булмаҫ тип ышанабыҙ.
Икмәк тыҡрығындағы (Дзержинский урамынан алып Ҡорһаҡ йылғаһы аша һалынған күпергә тиклем) юлды ла ремонтлау күҙаллана. Был участка үтә лә ныҡ таушалған, тәүҙә бында ауыл биләмәһе бригадаһы соҡорҙарҙы “яманы”. Хәҙер инде юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшселәре асфальт һаласаҡ. Ремонтланасаҡ юлдың дөйөм оҙонлоғо (Дзержинский урамы һәм Икмәк тыҡрығы) 4559 метр тәшкил итә. Дөйөм алғанда, 1600 квадрат метр майҙанда ошондай ремонт үткәрелде. Планлаштырылған эштәрҙең яртыһы тамамланды, тип әйтергә лә мөмкин.
“Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһын бойомға ашырыу дауам итә, уға ярашлы, йорт алдарын һәм йәйәүлеләр йөрөгән юлдарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Артабан “Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә Коммунистик (ит комбинатынан Перезд урамына тиклем), Кусков (элеваторҙан Кесе Ленин урамына тиклем), Дзержинский (Ауыл хәбәрсеһе урамынан Икмәк тыҡрығына тиклем) урамдары һәм Алһыу тыҡрығы буйлап тротуарҙарҙы ремонтлау башланасаҡ. Яңауыл биҫтәһендә юлдарға таш түшәү дауам итә, атап әйткәндә, Рабовалюк, Барбазюк, Әлшәй, Туҡай, Фролов, Юғары Вольт урамдары буйлап юл эштәре планлаштырыла. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә юл билдәләрен буяу, яңыларын ҡуйыу һәм алмаштырыу эштәре лә күҙаллана.