Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2018, 11:56

Ғорур баҫып илем сигендә Һаҡта тора улар бөгөн дә...

Үҙҙәренең “һөнәри” байрамдарына, өҫтәүенә быйыл Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулды, әлшәйҙәр алдан уҡ әҙерләнә башланы.

Районда тантаналы шарттарҙа хәрби календарҙағы иң билдәле байрамдарҙың береһе уҙҙы.

Улар Көньяҡ Курил утрауҙарынан алып Калининград өлкәһенә тиклем Тыуған илебеҙ сиген һаҡлай. Батырлыҡ, рух ныҡлығы һәм илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеп, тәүгеләрҙән булып ерҙә, һауала һәм диңгеҙҙә дошманға ҡаршы баҫты. Сик буйында хеҙмәт итеүҙәре тураһында иҫтәлекте һәм ысын ир-егеттәр дуҫлығын улар йылдар һәм алыҫ аралар аша ла онотмай, күңелдәрендә ҡәҙерләп һаҡлай.

Үҙҙәренең “һөнәри” байрамдарына, өҫтәүенә быйыл Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулды, әлшәйҙәр алдан уҡ әҙерләнә башланы. Ошо уңайҙан үткән йылдың декабрендә район үҙәгенең паркында яңы иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде һәм сик буйы бағанаһы ҡуйылды. Барлыҡ быуын сик һаҡсылары хөрмәтенә асылған был һәйкәл хәҙер йәшел фуражкалы ҡыйыу егеттәрҙең осрашыу урынына әйләнде.

28 майҙа элекке пограничниктар иртән-иртүк паркка йыйыла башланы. Төрлө быуын сик буйы һаҡсылары – яңы ғына хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәр ҙә, сәстәренә сал ҡунған ветерандар ҙа наградалар һәм хәрби батырлыҡтары өсөн билдәләр тағылған формаларын кейеп, йәнә сафҡа баҫты. Әлшәй сик буйы һаҡсылары ветерандары “застава”һы тантаналы рәүештә хәрби флагты күтәргәндән һуң, өс тапҡыр “Ура!” ҡысҡырып, байраҡтар тотҡан хәрбиҙәр тантаналы маршҡа сыҡты.

Төрлө йылдарҙа икһеҙ-сикһеҙ Ватаныбыҙҙың Беларусь һәм Ҡаҙағстан, Польша һәм Литва, Эстония һәм Латвия, Финляндия һәм Норвегия, Америка Ҡушма Штаттары һәм Япония менән сиген уяу һаҡлаған яугирҙәр Совет майҙанынан Ленин урамы буйлап үтеп, Тыуған ил-әсә монументына сәскәләр һалды. Бөтәһе йөҙгә яҡын сик һаҡсыһы тигеҙ сафтарҙа ғорур баҫып атланы. Улар араһында берҙән-бер гүзәл зат - Раевканан Людмила Забатурина ла, Торонтайыш ауылынан СССР-ҙың дәүләт именлеге комитеты сик буйы ғәскәрҙәре майоры, 90 йәшлек Фәрих Хәмитов та бар ине. Парадҡа отставкалағы РФ Федераль именлек хеҙмәте полковнигы Петр Забатурин етәкселек итте.

Был күркәм байрамға тағы ла бер матур традиция өҫтәлде – автопробег үтте һәм бөгөн дә сик һаҡсылары сафында ҡалған ир-егеттәр тураһындағы йырҙар йырланды, юбилей уңайынан миҙалдар тапшырылды.