Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2018, 18:05

Күмәк көс тау аҡтарыр

Беҙҙең Баязит ауылы бәләкәй генә булһа ла, халыҡ берҙәм, тормош ауырлыҡтарына зарланмай, гөр килеп йәшәйбеҙ.

Мәҫәлән, май байрамдарында ауылыбыҙ муллаһы Юлай Сабитов тырышлығы менән ир-егеттәр зыярат ихатаһын йыйыштырҙы. Шуныһы һөйөнөслө, өмәлә байрамға ҡайтҡан йәштәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Раевкала йәшәгән ауылдашыбыҙ Хәйҙәр ағай Ҡотлоәхмәтов бөтә ул-килендәре менән ярҙамға килгәйне. Өмәнән һуң йыйылыш булды, унда ауыл старостаһы һайланды, был вазифаға халыҡ бер тауыштан Альфред Әкимбәтовты күрһәтте. Йыйылышта тағы ла бер мәсьәлә күтәрелеп, яҡын арала зыярат йортон төҙөп бөтөргә ҡарар иттеләр.

Күптән түгел ауылдаштар бергә йыйылып, тимер күперҙе лә ремонтланы. Был эште бойомға ашырыуҙа яҡташыбыҙ Фаил Абзал улы Шәнгәрәевтың, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Рәйес улы Мәүлийәровтың ярҙамы ҙур булды. Эйе, теләк булһа, эш ҡарышмай. Бына шундай инициативалы, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараған рухлы ауылдаштарым, эш-ғәмәлдәребеҙҙе ҡеүәтләп торор йәштәребеҙ булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө. Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштарым!

Зөлфиә ШӘНГӘРӘЕВА.

Баязит ауылы.

Читайте нас: