Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2018, 18:55

Апрелдә ҡыҙҙар күберәк тыуған

Эйе, дуҫтар, март айында районда 12 малай һәм 9 ҡыҙ донъяға килһә, апрелдә иһә шул нисбәттә 14 һәм 15 сабый тыуған тимәк, хәҙер ҡыҙҙар күберәк.

11 ғаиләлә – беренсе бала, уныһында – икенсе, бишеһендә – өсөнсө, өсөһөндә дүртенсе һәм артабанғы сабыйҙар донъяға килде. Ата-әсәләр балаларына Ғүмәр, Марк, Майя, Эльдман, Макар, Серафим, Дария, Со(а)фия, Аделина, Ангелина, Егор, Алина, Риана һәм Данил кеүек исемдәр бирҙе.

Никахҡа инеүселәр һаны - 18, үткән й ылдың ошо осоронда улар 14 булған. 2017 йылда 15 пар айырылышһа, быйыл – 9. Атайлыҡты билдәләүҙең - 4, тәрбиәгә алыуҙың – 2, исем үҙгәртеүҙең 1 осрағы теркәлде.

2017 йылдағы кеүек быйыл апрель айында 58 кеше мәрхүм булған, уларҙың 37-һе – ир-ат, 21-е - ҡатын-ҡыҙ. Үлемгә килтереүсе сәбәптәр булып ҡартлыҡ, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты тора.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: