Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 11:27

Ҡурҡыу белмәҫ сая ҡыҙ

Ибрай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 94 йәшлек Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова ла Еңеү яҙын ҡаршылай.

Ибрай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 94 йәшлек Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова ла Еңеү яҙын ҡаршылай.

Ҡыҙ, атаһы кеүек, Сурай тауҙары битләүендә помидор, ҡыяр, ҡауын һәм ҡарбуз үҫтереү тураһында хыяллана. Әммә уға ҡулына ҡорал алып, Тыуған ил һағына баҫырға тура килә. Етмеш йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ҡустыһы Сәһәрйәрҙең “ҡара ҡағыҙ”ын алғас, күҙ йәштәренә быуылып, әсәһенә туғаны өсөн үс алыу теләге менән фронтҡа китәсәген белдергән көн бөгөнгөләй хәтерендә уның. Иртәгәһен инде Зәғифә, алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорап, район комсомол комитеты секретары алдына барып баҫа. Әлбиттә, ауыл Советы рәйесе, бригадир булып эшләгән ҡыйыу, белемле һәм маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙҙы фронтҡа ебәрергә теләмәйҙәр – ундайҙар тылда ла кәрәк була. Ләкин Зәғифә теләгенә ирешә.

Дәүләкән авиамәктәбендә ете айлыҡ курстарҙы тамамлағандан һуң, ҡыҙ авиация разведкаһының 92-се авиаполкында фотолаборант булып хеҙмәтен башлай. Чехословакияны, Германияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша, хәрби хәрәкәттәр картаһын төҙөүсе фотографтар составында эшләй. Күкрәгендә хәрби наградалары балҡыған кесе сержант Зәғифә Ғәзизова 1945 йылдың октябрендә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Бер ваҡыт Львов ҡалаһы урамынан үтеп барғанда (Еңеүҙән һуң авиаполк шунда урынлаша), Зәғифә көтмәгәндә башҡорт телендә һөйләшкәнде һәм үҙ исемен ишетеп ҡала. Боролоп ҡараһа, алдында ҡыуаныслы йылмайып бер йәш милиционер баҫып тора. Ул күрше Ибрай ауылы егете Тимербай Ғәзизов булып сыға. Бына шулай йәштәр тыуған йорттарынан алыҫта осрашып, бер-береһенә ғашиҡ була.

Фронттан ҡайтҡас, Ғәзизовтар Ибрайҙа төпләнә, ал-ял белмәй бергәләп тыныс тормошта тырышып хеҙмәт һала, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Йәш кенә килеш һуғыш михнәттәрен татыған, Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар менән яуланыуын белгән Зәғифә инәй балаларын, ейәндәрен һәм бүләләрен һәр иртә һайын зәңгәр күккә ҡарап шатланырға, бөйөк илебеҙ, тарихыбыҙ менән ғорурланырға, Еңеү яулаған яугирҙәр иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға өндәй.

Кесе сержант Зәғифә Ғәзизова.
Читайте нас: