Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 11:24

Күңелдәрҙән китмәй Еңеү яҙы

Әлшәйҙәр ҙә бөтә ил менән бергә Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләне.

Әлшәйҙәр бөтә ил менән бергә Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләне.

Байрам сараһы сик буйы һаҡсыларына һәм яугир-интернационалистарға ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташтарға, “Тыуған ил-әсә”монументына сәскәләр һалыуҙан башланды. Тантаналы парадта ветерандар, тыл эшсәндәре, район етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар вәкилдәре, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты. Ҡаһарман яугирҙәрҙең иҫтәлеген һаҡлап, күптәр “Үлемһеҙ” полк” сафына баҫты. Йыл һайын район үҙәге урамдарында олатайҙарының һәм ҡарт олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотҡан өлкәндәр һәм балалар артҡандан-арта. Күпме генә ваҡыт уҙһа ла, беҙ бөтә кешелекте фашизм ҡоллоғонан һаҡлап ҡалыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса алышҡан һәм тылда фиҙакәр хеҙмәт һалған кешеләрҙең ҡыйыулығын бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.

Әлшәйҙән ун ике мең кеше фронтҡа киткән, районыбыҙҙан Хоҙат Сәлимйән улы Булатов, Солтан Хәмит улы Бикеев, Иван Яковлевич Гайдым, Игорь Валентинович Копейкин, Алексей Васильевич Никонов, Степан Семенович Овчаров, Михаил Иванович Рабовалюк, Александр Павлович Фролов һәм Павел Федорович Щербаков - Советтар Союзы Геройы, Хәниф Хажиғәли улы Абдрахманов Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ булды.

Әлшәйҙәрҙең йәш быуыны Тыуған ил хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан итеп яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә почетлы ҡарауылда торҙо, шулай уҡ байрам салюты яңғыраны.

Еңеү байрағын ҙур ғорурлыҡ менән башҡорт лицейы уҡыусылары тотоп барҙы. Байраҡ тотоп барыусы Илья Максимовтың ҡарт олатаһы, Григорий Захарович Бескоровайный Сталинград, Курск, Орел, Берлин эргәһендә барған алыштарҙа ҡатнашҡан. Батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Дан ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ильяның ассистенттары Далер Шарюковтың дүрт ҡарт олатаһы һуғыш башланғандан алып аҙағына тиклем яу юлын үткән. Уларҙың береһе – Әғләм Сиражетдин улы Хөснөтдинов легендар Панфилов дивизияһында алышҡан һәм Еңеүҙе Кенигсбергта ҡаршылаған. Марат Садиҡовтың ҡарт олатаһы Ғөбәй Абдулла улы Садиҡов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Байрам колоннаһы Совет майҙанында туҡтай һәм тантаналы митинг башлана. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. З. Әхмәтов асты. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙҙа бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 13 ветеран, 309 тыл эшсәне генә ҡалды. Беҙ ҡаһарман яугирҙәргә ҡарата тағы ла иғтибарлыраҡ һәм хәстәрлерәк булырға тейешбеҙ,” - тип әлшәйҙәргә мөрәжәғәт итте район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин.

Йыйылыусыларҙы ошо бөйөк байрам менән Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары В. П. Яблонский, “Россельхозцентр”ҙың БР буйынса филиалы етәксеһе Р. С. Кираев, тыл эшсәне В. П. Дорожко ла ихлас тәбрикләне, йәштәр исеменән Раевка 2-се мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Айҙар Булатов сығыш яһаны.

Социаль-мәҙәни үҙәк артистары, “Биҙәктәр” өлгөлө бейеү коллектвы, Раевка балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының халыҡ вокаль ансамбле, Пионерҙар йортоноң “Музыкаль тамсы” берекмәһендә шөғөлләнеүселәр, хеҙмәт ветераны Нина Петровна Семененко һәм башҡалар ҡатнашлығындағы концерт программаһы ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамын дауам итте.

***

Шафран ауылында ла традицион байрам демонстрацияһы һәм митинг үтте. Һәр йыл һайын 9 майҙа 371 мәрмәр плита ҡуйылған Туғандар ҡәберлегенә халыҡ ағыла. Быйыл да бында ҡунаҡтар һәм ҡулдарына флаг, шарҙар, сәскәләр тотҡан ауыл халҡы йыйылды. Ә колонна алдынан һуғыш геройҙары портреттары менән “Үлемһеҙ полк” атланы.

Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы митингты ауыл биләмәһе башлығы Р. Р. Солтанов асты. Яу ҡырында ятып ҡалған батыр яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу һәм йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлау өсөн бында район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов, хәрби комиссар В. П. Яблонский, “Россельхозцентр”ҙың БР буйынса филиалы етәксеһе Р. С. Кираев, Шафран ауылында тыуып үҫкән, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу башланғысы менән сыҡҡан Н. Г. Дәүләтов килде.

Бер минут тын торғандан һуң сарала ҡатнашыусылар обелисктарға, яугирҙәр ерләнгән ҡәберҙәргә сәскәләр һәм веноктар һалды. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...

Читайте нас: