Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 10:48

Хәнйәрҙә лә Ҡыҙыл майҙан бар

Хәҙер Хәнйәр ауылына килһәң, шунда уҡ үҙенсәлекле Ҡыҙыл майҙанға барып ингәндәй булаһың. Бер яҡтан - бейек манаралы мәсет, икенсе яҡтан - алтын йүгертелгән йондоҙло обелиск һәм йәнәшәлә генә асылған матур баҡса.

Бер йыл элек, 9 Май байрамы алдынан, Хәнйәр ауылында иҫтәлекле ваҡиға - Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл асыу тантанаһы булды. Ә быйыл ауыл халҡы йәнә бер шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс сараға йыйылды – бындағы обелиск эргәһендә күркәм баҡса яһанылар, тәүгеләрҙән булып унда олатайҙарын һәм ҡарт олатайҙарын иҫкә алыу өсөн балалар һәм үҫмерҙәр инде.
Хәҙер Хәнйәр ауылына килһәң, шунда уҡ үҙенсәлекле Ҡыҙыл майҙанға барып ингәндәй булаһың. Бер яҡтан - бейек манаралы мәсет, икенсе яҡтан алтын йүгертелгән йондоҙло обелиск һәм йәнәшәлә генә асылған матур баҡса ҡаршы ала. Ингән ерҙәге семәрле арканан алып фонарь бағаналары, уңайлы эскәмйәләр, ҡоймалағы биҙәктәр, иллюминацияға тиклем – барыһы ла оҫта ҡулдар менән тыуҙырылған. Ә инде бер аҙ юғарыраҡ күҙ ташлаһаң, тауҙағы Хәнйәр тигән яҙма менән йәнәшәлә ярым ай балҡып күренә. Уны һәм баҡсаның башҡа декоратив элементтарын урындағы йәш оҫта Эльмир Хажиғәлиев яһаған.
- Бер йыл элек ташландыҡ бина урынында обелиск асылғас, уның тирә-яғын төҙөкләндереү ниәте тыуҙы. Был инициативаны хуплап ҡаршы алған ауылдаштарыма, яҡташтарыма, урындағы үҙидара активистарына ҙур рәхмәт, - ти оҫта.
Ауыл үҙәгендә тағы ла бер иҫтәлекуле урын асылыуы – халыҡ тырышлығы ул. Әгәр урындағы бюджеттан 160 мең һум (был аҡсалар тупраҡ һәм ваҡ таш ташыуға тотонолдо) бүленһә, халыҡтан 100 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Хәҙер бындағы баҡса мәсет һәм обелиск менән бергә дөйөм бер рухи-тарихи комплексҡа әйләнде.
Хәнйәр һәм Биксағол ауылдарынан фронтҡа 133 кеше киткән, шуларҙың 55-е мәңгелеккә яу ҡырында ятып ҡалған. “Киләсәк быуындарға аманат” скверында фронтта һәләк булған, еңеү яулап тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исем-шәрифтәре, ғаилә шәжәрәләре ҡуйылған. Ейәндәренә һәм бүләләренә Тыуған илде яратырға, уның тарихын һаҡларға һәм Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланыуын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа саҡыра ул.
Ҡояшлы май көнөндә тантанаға килгән ҡунаҡтар - хәнйәрҙәрҙең яҡташы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильяс Кашапов һәм Аксен ауыл Советы башлығы Анатолий Дунин да ошо хаҡта бәйән итте.
...Тантаналы марш менән ауыл урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” үтә. Бер минут тын тороғандан һуң һәйкәлгә веноктар һәм сәскәләр һалына. Зәңгәр күккә төрлө төҫтәге шарҙар осорола, ә йылға буйлап ҡағыҙ “Еңеү караптары” – үлемһеҙлеккә атлаған атайҙар һәм әсәйҙәр, ағайҙар һәм апайҙар, олатайҙар һәм ҡарт олатайҙар - Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары исеме яҙылған “хәтер” караптары ағыҙыла.

Читайте нас: