Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2018, 17:13

Мең ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы

Өфөлә мең ырыуы башҡорттарының III съезы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған был юғары форумға республиканың 12 районынан 560 делегат, шул иҫәптән күрше Татарстандан ҡунаҡтар ҙа килгәйне.

Өфөлә мең ырыуы башҡорттарының III съезы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған был юғары форумға республиканың 12 районынан 560 делегат, шул иҫәптән күрше Татарстандан ҡунаҡтар ҙа килгәйне.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең делегация иң ҙуры ине - сарала Әлшәй районынан бөтәһе 96 кеше ҡатнашты. Улар – ауыл биләмәләре активистары, ағинәйҙәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.

Йыйында бөгөн меңлеләрҙе генә түгел, бөтә башҡорт халҡын борсоған көнүҙәк проблемалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Атап әйткәндә, милли мәғариф, демография, һаулыҡ һаҡлау, ерҙән файҙаланыу һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре тикшерелде.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Әмир Ишемғолов милләттең рухи мираҫын тергеҙеүҙә һәм Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа был сараның мөһимлеген билдәләне. Ул шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары активистарына Почет грамоталары тапшырҙы. Беҙҙең райондан мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов һәм М. Буранғолов исемендәге лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Вәлиева бүләкләнде. Ә иң ҙур һәм әйтергә кәрәк, лайыҡлы награда – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, хакимиәт башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов лайыҡ булды.

Сара аҙағында форумда ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте, “Мең ырыуы союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесен һәм уның яңы составын һайланы. Совет рәйесе итеп билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Баязит ауылында тыуып үҫкән Әхнәф Тимербулатов тәғәйенләнде, быға тиклем был вазифаны тағы ла бер арҙаҡлы яҡташыбыҙ, шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр башҡара ине.

Читайте нас: