Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2018, 11:20

Малайҙар күберәк тыуған

Сағыу ҡояш нурҙарына иҙрәп, тәбиғәт әкрен генә ҡышҡы йоҡоһонан уянған, ҡыйыҡтарҙан тып-тып тамсылар тамған яҙҙың тәүге айы беҙҙе нимәләр менән шатландырҙы һуң? Был матур миҙгелдә районыбыҙҙа 21 сабый – 12 малай һәм 9 ҡыҙ донъяға килде.

Сағыу ҡояш нурҙарына иҙрәп, тәбиғәт әкрен генә ҡышҡы йоҡоһонан уянған, ҡыйыҡтарҙан тып-тып тамсылар тамған яҙҙың тәүге айы беҙҙе нимәләр менән шатландырҙы һуң? Был матур миҙгелдә районыбыҙҙа 21 сабый – 12 малай һәм 9 ҡыҙ донъяға килде.

Үткән йылдың март айында 35 бала (18 малай һәм 17 ҡыҙ) тыуһа, быйыл тәүге кварталда 42 малай һәм 38 донъяға ауаз һалған. 2017 йылда иһә – 102 бала – 53 малай һәм 49 ҡыҙ. Статистиканан күренеүенсә, республика буйынса ла тыуым күрһәткесе түбәнәйгән. Әммә илебеҙҙең демографик сәйәсәтендәге яңылыҡтар һөҙөмтәһендә быйыл тыуасаҡ балалар һаны артыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

16 пар законлы никахтарын теркәгән, улар араһында элек айырылышып, мөнәсәбәттәрен йәнә законлаштырыусылар ҙа бар, ти район ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафина. Был айҙа айырылышыусылар һаны - 9 пар, үткән йылдың ошо уҡ осронда улар 17 булған. Йыл башынан бөтәһе 39 пар законлы никахҡа ингән. 41 ғаилә никахын тарҡатҡан, улар араһында бер йылдан 5 йылға тиклем, 6 йылдан 10 йылғаса һәм 15 йылдан ашыу бергә йәшәгәндәр ҙә бар. 2017 йылда иһә 38 пар законлы никахтарын теркәгән, 44-е айырылышҡан.

Март айында атайлыҡты билдәләү, уллыҡҡа алыу һәм исем үҙгәртеү осраҡтары булмаған. Быйыл сабыйҙарға Асҡар, Кирилл, Илья, Эллария, Риана һәм Артем кеүек популяр исемдәр бирелгән. Савелий, Каролина, Егор, Мәликә, Снежана һәм Мәрйәм исемдәрен һайлаусылар һирәк булған.

Республикала малайҙарға Артем, Тимур, Кирилл, Әмир, Данил, ҡыҙҙарға Арина, София, Самира, Виктория һәм Анастасия исемдәре йыш ҡушыла. Рәсәй буйынса София, Полина, Александр һәм Матвей айырыуса киң таралған исемдәр булып һанала.

Тыуым буйынса дөйөм күрһәткес түбәнәйеүгә ҡарамаҫтан, ғаиләләрҙә икенсе бала тыуыу осраҡтары күберәк. Беҙҙең районда туғыҙ ғаиләлә – тәүге, ете ғаиләлә – икенсе, өс ғаиләлә – өсөнсө һәм икеһендә дүртенсе һәм унан күберәк сабый донъяға килгән.

Март айында 27 ир һәм 16 ҡатын-ҡыҙ мәрхүм булған. Үткән йылдың шул уҡ осоронда – 60 кеше. Йыл башынан үлем тураһында 157 яҙма теркәлгән (2017 йылда – 168). Үлемгә килтергән сәбәптәр булып элеккесә йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә һәм яман шеш ауырыуҙары тора.

Читайте нас: