Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2018, 12:20

Күктә ике йондоҙсоҡ ҡабынды

Күктәге һәр йондоҙҙҙоң үҙ атамаһы булған кеүек, бәхетле атай-әсәй ҙә балаларына Илнара һәм Линар тигән матур исемдәр бирҙе.

Донъяла мөғжизәләр булмай, тиҙәр! Әммә Ватаныбыҙҙың төрлө мөйөштәрендә дауаханаларҙа минут һайын сабыйҙар донъяға ауаз һала. Яңы тормош башлана, ошо үҙе бер мөғжизә түгелме ни!

Кеше тыуғанда һауала яңы йондоҙ ҡабына, тиҙәр. Бына шундай йондоҙсоҡтар Әлшәй күгендә лә ҡабынды. 23 мартта 9 сәғәт 22 минутта Алина һәм Рөстәм Ахуновтарҙың ғаиләһендә - ҡыҙҙары, ә бер минуттан һуң улдары донъяға килде.

Күктәге һәр йондоҙҙҙоң үҙ атамаһы булған кеүек, бәхетле атай-әсәй ҙә балаларына Илнара һәм Линар тигән матур исемдәр бирҙе.

Илнара – ғәҙәти булмаған исем. Уның тарихы бер нисә йөҙ йыл элек башлана. Тел белгестәре фекеренсә, был исемдә төрөк тамырҙары ята, тәржемәһе “нурлы”, “ялҡынлы” тигәнде аңлата. Линар – ғәрәп һүҙе, рус теленә тәржемә иткәндә “Аллаһ нуры”н аңлата.

Әлшәй районының ЗАГС бүлегендә тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһының яңы граждандары – 2018 йылдың тәүге игеҙәктәре тыуыуы теркәлде. Йәш ата-әсәгә балаларының беренсе документы – тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Унда баланың исеме, быуындан-быуынға килгән фамилияһы, тыуған көнө, уға ғүмер бүләк иткән ата-әсәһенең исеме яҙылған.

Ахуновтарҙың бәхетле ғаиләһен шатлыҡлы ваҡиға менән район хакимиәтенең йәштәр бүлеге вәкилдәре лә тәбрикләне. Улар йәш ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә был тантана тураһында Алина һәм Рөстәм балаларына күп тапҡырҙар һөйләр, сабыйҙарын нисек ихлас ҡотлауҙарын матур хәтирәләр менән иҫкә алыр.

Лариса САФИНА,

ЗАГС бүлеге етәксеһе.

Читайте нас: