Быйылғы коронавирус пандемияһына бәйле хәл дә Ҡыш бабайҙың эшенә ҡамасау була алманы, уны ғәҙәттәгесә Яңы йыл төнөндә меңләгән бала ҡунаҡҡа көтә. Мәрхәмәтле әкиәт тылсымсыһы ҡунаҡтарҙы үҙ резиденцияһына ҡабул итә башланы ла инде. Унда эләгеү һис кенә лә ауыр түгел. Биләмә райондың төп Яңы йыл майҙанында урынлашҡан. Әлшәй Ҡыш бабайына ҡасан теләйһең, шунда инергә була юҡ, сөнки унда ишектәр юҡ. Шулай ҙа тылсымсының ҡабул итеү ваҡыты бар – киске алтынан 21 сәғәткә тиклем.
Һәр кем, йәшенә ҡарамайынса, Ҡыш бабай янына килә һәм үҙенең теләген әйтә ала. Өҫтәүенә бында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә күңел асырға, шиғырҙар һөйләргә, йырҙар йырларға һәм бейеп алырға ла мөмкин. Әммә аралыҡты һаҡлау мотлаҡ, сөнки Ҡыш бабай күптән 65 йәште уҙған бит.