Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
23 Июнь 2020, 18:40

Бүлмә гөлдәре тураһында төрлө юрау, ышаныуҙар

Фикус гөлө - бәхеткә. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай.

*Яран гөлө тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе "һыйҙырмай", яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.

*Фикус эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта.

*Гибискус ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.

*“Аҡса гөлө” - толстянка муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән - тинлек аҡсаға, эре булһа - ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән - тиҙ арала байырһығыҙ.

*Алоэ - бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.

*Фиалка - төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны "тәрбиәсе гөл" тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.

*Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртырға кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Был гөлдө тәҙрә төбөнә урынлаштырһағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.

*Фикус гөлө - бәхеткә. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтерһәләр, сабыйҙары тыуыр". Фикусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡтың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу - тыныслыҡҡа, тиҙәр.

Читайте нас: