Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
30 Ғинуар 2020, 16:05

20.02.2020, йәки бәхетле ғаиләгә һандар йоғонто яһаймы?

2020 йылдың 20 февралендә никах теркәргә теләүселәр һаны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта донъяла көндән-көн арта.

Әлеге ваҡытта республика ЗАГС-тарына ошо көндә никах теркәү өсөн 362 ғариза бирелгән. Шуларҙың 99-ы – Өфөлә. Был дата кесаҙнаға тура килә, әммә туй уҙғарырға теләүселәр аҙна уртаһына ҡарамай.
Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана. Тағы ла ҡайһы бер парҙар 20 пар ҡунаҡ саҡыра, 20 раузанан гөлләмә эшләй, 20 ынйынан биҙәлгән биҙәүес ала, ә Эстонияла йәшәүсе Кетрин исемле буласаҡ кәләш 20 метрлыҡ фатаға заказ биргән. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе - мөхәббәт, ихтирам, түҙемлек.

"Йәшлек" гәзитенән.


Читайте нас: