Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
25 Декабрь 2019, 16:30

Яңы йылды нисек ҡаршыларға

Ҡомаҡ шау-шыулы компанияларға һәм күңелле тантаналарға күнеккән – ул аралашырға, уйнап-көлөргә һәм бейергә ярата.

Ләкин аҡса туҙҙырыуҙы һәм бай булып күренергә тырышыуҙы яратмай.

Байрам интерьерында аҡ, аҡһыл көрән, көмөшһыу, алһыу, зәңгәр, аҡһыл һоро төҫтәр күберәк булһын.

Нимә кейергә

Ҡомаҡ ҡатмарлы силуэттарҙы, банттарҙы һәм башҡа ялтыр-йолтор әйберҙәрҙең күп булыуын яратмай. Йыл хужабикәһенә тыныс, аҡһыл, күҙгә бәрелеп бармаған төҫтәр оҡшай. Ҡара төҫ тә шулай уҡ байрам интерьерын йәмләйәсәк, ошо төҫтәге кейемдәр ҙә хуплана.

Өҫ кейемендә мөһим деталь – ялтырауыҡ булырға тейеш, ләкин саманы онотмаҫҡа кәрәк. Баштан-аяҡ ялтырауыҡҡа төрөнмәгеҙ, бының өсөн матур билбау, топ йәки кардиган һайларға мөмкин. Образға үҙенсәлек биреү өсөн төрлө аксессуарҙар – ҡыҙыҡлы подвескалар, сағыу заколкалар, ялтырап торған брошкалар, бижутерия ҡулланығыҙ.

Читайте нас: