Был малай бер ваҡытта ла мәктәпкә йөрөмәгән, тиҫтерҙәре менән аралашмаған. Ноябрь айында баш ҡаланың Орджоникидзе район судына реабилитация үҙәге вәкилдәре мәҙәк үтенес менән мөрәжәғәт итә. Улар бынан 17 йыл элек донъяға килгән бер үҫмерҙең тыуыуын теркәүҙе һорап килә. Эш шунда: (малайҙы Михаил тип атайыҡ) уның тыуыуы тураһында бер кем дә бер нимә лә белмәй. Асыҡланыуынса, әсәһе уны йәшерен рәүештә таба, ЗАГС-ҡа балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн бармай. Бала мәктәпкә йөрөмәй, уны дауаханаға алып бармайҙар. Тиҫтерҙәре менән аралашмай, сит кешеләрҙе бөтөнләй күргәне булмай, урамға ла сыҡмай. Тик маугли малайҙың әсәһе ҡапыл ауырып үлеп китә, ул япа-яңғыҙы тороп ҡала, урамда хәйер һорашып йөрөй башлай. Шул ваҡытта малайға балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар иғтибар итә һәм үҫмерҙе социаль реабилитация үҙәгенә тапшыра. Малай менән аралашҡандан үҙәк хеҙмәткәрҙәре аптырауға ҡала: Миша үҙе тураһында бер нимә лә белмәй булып сыға, хатта Өфө ҡалаһында тыуып, ошо ҡалала 17 йыл буйы йәшәгәнен дә аңламай. Үҙенә нисә йәш икәнен дә әйтә алмай. Уның йәшен тик эксперттар ғына асыҡлай ала. Миша психик яҡтан да үҫешмәгән. Суд ҡарарына ярашлы, киләсәктә Миша үҙенең тыуған көнөн Яңы йыл алдынан, 31 декабрҙә билдәләйәсәк. Уға тәүге документ - тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.