* Оя йылы булһын өсөн, инә ҡаҙ үҙенең мамығын йолҡоп, төҙөлөш материалы сифатында ҡуллана, ә ваҡытлыса ташлап киткәндә, ояны үлән йәки ағас ботаҡтары менән йәшерергә тырыша.
*l Ата ҡаҙ ояһына ҡурҡыныс янаһа, бик уҫалға әйләнә, хатта кешеләрҙе лә ныҡ итеп йәрәхәтләүе бар.
* Ҡаҙҙар 25 йылға тиклем йәшәй ала.
* Бәпкәләр сыҡҡас та, бер тәүлектән һуң йөҙә алалар.
* Тибетта ҡаҙҙы изге ҡош тип һанайҙар.
* Ҡаҙҙар 8 километр бейеклеккә тиклем күтәрелеп оса, рәсми теркәлгән рекорд – 10 километр, бындай бейеклектә кеше кислород битлеге булмаһа, иҫтән яҙа.
* Ҡаҙҙар өсмөйөшкә теҙелеп осалар. Ошо рәүешле һауаны йырып барғас, көстәре юҡҡа сарыф ителмәй. Нисек тура килә, шул рәүешле тупланып хәрәкәт итһәләр, ике тапҡырға яйыраҡ осорҙар ине.
* Бөтә ҡаҙҙарҙың да тәпәйҙәре ҡыҙыл түгел – был уларҙың тоҡомона бәйле.