Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
7 Ноябрь 2019, 13:02

“Көтөүҙән ҡалһа ҡала, әммә көсөгөн күрмәйенсә китмәй...”

"Ғәжәйеп дуҫлыҡ! Сит кешеләр түгел хатта бер туғандар уртаҡ тел таба алмаған саҡтар була.

Ә был икәүҙең дуҫлығын йәй буйы иҫем китеп күҙәттем. Һарыҡтар көтөүгә китергә сыға, көсөк иһә тыҡырыҡ бөткәнсе оҙата бара. Көсөк күренмәһә, бәрән тынысһыҙланып бер туҡтауһыҙ тамаҡ ярып баҡыра башлай. Көтөүҙән тороп ҡалһа ҡала, көсөк күренмәйсә китмәй. Нимә бәйләйҙер инде был икәүҙе?”, – тип яҙған Аҡҡолай ауылынан Гөлирә Латипова-Хисмәтуллина. Йәшәйештән йәм табып, беҙҙе лә шатландырған, һәр яҡлап та килгән, һәләтле яҡташыбыҙ Гөлирә Латиповаға афариндан башҡа һүҙ юҡ!

Читайте нас: