Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала яҡын киләсәккә уй-маҡсаттар менән уртаҡлашырға ҡушылмай. Кешеләрҙең уларҙы яңылыш аңлауы ихтимал. Уҡып йөрөгәндәрҙең һәм белемен арттырғандарҙың етди ҡыйынлыҡҡа осрауы бар. Күптән көткән аҡса килер.
Осраҡлы рәүештә ниндәйҙер серҙе белерһегеҙ кеүек. Телегеҙ ҡысытып торһа ла, уны эсегеҙҙә тотоғоҙ. Матди хәлегеҙ бигүк тотороҡло түгел. Шаршамбыла һис тә уйламаған сығымдар булыр. Был арала аҡсағыҙҙы кеҫәгеҙҙә тотоуығыҙ хәйерлерәк.
Аҙна барышында алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙ буйынса эш итегеҙ. Бик өмөтлө күренгән тәҡдимдәргә алдана күрмәгеҙ. Кесе йомала кемдер һеҙҙе яңылыш юлдан китергә өндәр. Һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙгә ял бирергә онотмағыҙ.
Осор уртаса килер. алға ҡарауҙан бигүк файҙа булмаҫ, бөгөнгө көн менән йәшәгеҙ. Күп һөйләгән кешеләргә артыҡ ышанмағыҙ. Шишәмбелә алданыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙ ҙә асылып бармағыҙ, бөтә кешегә лә ярап булмағанын беләһегеҙҙер.
Осраған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү әллә ни ауыр булмаҫ һымаҡ. Шишәмбелә генә ярҙам эҙләргә тура килер. Йәмәғәт эштәре менән дә булышырға тура килер, уларҙан ҡотолоп булмаҫтыр. Бәғзеләрҙең икенсе эшкә күсеү мөмкинлеге тыуыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ниндәйҙер күптән туҡтап торған эште урынынан ҡуҙғата алырһығыҙ һымаҡ. Әллә ни күп көс түкмәй, уны ыңғай ғына тамамлап та ҡуйырһығыҙ. Шишәмбелә уйламаған сығымдар булһа, йома көтөлмәгән килем алыуығыҙ бар.
Был арала ҡулығыҙға аҡса инеп торор, ләкин уның байтаҡ өлөшөн кире ҡайтарырға тура килер, бәлки. Кемдер күптән онотолған ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Был һеҙгә оҡшамаҫ, әлбиттә. Йомалағы хәлдәр кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.
Ҡайһы бер кешеләр арҡаһында эшегеҙҙә кире хәлдәр килеп сығыр. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауҙан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. Күберәк үҙегеҙгә иғтибар бирегеҙ, бәләкәй сәбәп менән дә табиптарға күренегеҙ.
Ғаиләләге хәлдәр ҡыуандырып торор. Аралашыуҙа ниндәйҙер яңылыҡ һиҙелер кеүек. Элек хәл итә алмаған мәсьәлә буйынса ла уртаҡ фекергә килә алырһығыҙ. Йондоҙҙар был арала өйҙәге әйберҙәрҙе күсерергә ҡушмай.
Өйҙәге мәшәҡәттәр байтаҡ ваҡытығыҙҙы алыр. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тыныс ҡына, ашыҡмай хәл итергә тырышығыҙ. Алыҫ киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы ваҡытлыса кисектереп тороуығыҙ дөрөҫ булыр. Йомала уйламаған ҡунаҡтар килер.
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр иғтибарлыҡ һәм уяулыҡ талап итер. Бигүк алыҫҡа ҡарамағыҙ, көндәлек эштәрегеҙ менән булығыҙ. Шаршамбыла кеше һүҙенә артыҡ ышанмағыҙ, алданыуығыҙ ихтимал. Йондоҙҙар яңғыҙ ғына ял итергә кәңәш итә.
Дүшәмбелә һеҙҙе ваҡ юғалтыуҙар һағалар. Ләкин был кәйефегеҙҙе һис тә төшөрмәҫ. Артабан дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Бөтә ҡыйынлыҡты хәл итеү юлдарын еңел таба алырһығыҙ. Кесе йомала ишеткән тәҡдимгә оҙаҡ уйламай ризалашығыҙ.