Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
13 Июнь 2019, 18:03

Йә, көлөп алығыҙ әле бер!

Бер рәхәтләнеп көлөү 10 минут ғүмерҙе оҙайта, тиҙәр

ЮХХДИ хеҙмәткәре юл сатында, "40 км" тигән знак аҫтында баҫып тора ти. Ни күрә, 41 км тиҙлек менән "Москвич" машинаһы килә.
Гаишник тиҙ генә һыҙғырып ебәрә, "Москвич" туҡтай. Оло ғына йәштәге бабай килеп сыға.
- Ниңә ҡағиҙә боҙаһың, бабай!? Аҡса түлә йә праваңды тартып алырға тура килә инде...
- Юҡ миндә аҡса!..
Шул ваҡытта яндарынан елдереп иномарка уҙып бара. Гаишник һыҙғырып ебәрә, иномарка туҡтай. Машинанан әзмәүерҙәй ир килеп сыға ла:
- Шунан, кем һыҙғырҙы?!
Гаишниктың йөҙөндә юғалыу, тауышы ла сыҡмай.
Бабай гаишникка төртә биреп:
- Правамды ҡайтар, әтеү хәҙер кем һыҙғырғанын әйтәм! - ти икән.
***


Гел эштән кис ҡайтҡас, ҡатыны үлсәүгә менә лә баҫа икән, ти. Бер мәл ире ҡатыны менеп баҫҡан үлсәүҙәге һандарға күҙ һалған да:
- Ауырлығыңа ҡарата буйың күпме булырға тейеш беләһеңме? - тип һорай.
- Күпме?
- Дүрт метр ҙа утыҙ сантиметр!

***

Ир өйөнә бик hуң ҡайтып инһә, ҡатыны «Мин hинең менән hөйләшмәйем!» тигән плакат менән ҡаршы алған, ти. Йә, ярар, тигәндәй, ир яурындарын hелкә лә, телевизор ҡарарға ултыра. Бер аҙҙан телевизор алдына ҡатыны икенсе плакат менән килеп баҫа. Унда: «Ни өсөн икәнен беләhеңме?» – тип яҙылған.


***

Атаһы 5 йәшлек улына өндәшә:
– Ҡарале һин аны, ә!!! Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы?!
– Эйеее...
– Кем еңә?
– Тәлбиәсе Лимма апай.

***

Подъезд төбөндә эскәмйәлә ике ҡарсыҡ һөйләшеп ултыра:
– Факиһа, ишеттеңме әле?! Дүртенсе ҡаттағы Вәлитте сифилис менән "бүләкләгәндәр"!
– Тапҡандар кемде бүләкләргә!!! Ул алкаш уны йә һатып эсәсәк йә юғалтасаҡ!


***

Бер әбей кондукторҙы гел генә миндаль сәтләүеге менән һыйлай икән.
Кондуктор ҡатын:
– Бигерәк мәрхәмәтле инде һеҙ, инәй. Тик ниңә һеҙ уны үҙегеҙ ашамайһығыҙ?
Ҡарсыҡ:
– Сәтләүек ашарға тештәрем юҡ бит, ҡыҙым...
Кондуктор:
– Улай булғас ниңә һатып алаһығыҙ, аҡса әрәм итеп!?
Ҡарсыҡ:
– Шикалатын имәм мин уларҙың, шикалатты бик яратам, ҡыҙым! - тимәһенме


Читайте нас: