Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
25 Февраль 2019, 16:54

Беҙ бит вагон-ресторанда!

-Уҡыусылар, һеҙҙең иң яратҡан байрамығыҙ ниндәй?-Карантин!

Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡарале, етте тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ҡара: беҙ бит вагон-ресторанда!
***
– Биш ҡап тәмәке, өс шешә һыра бирегеҙ әле!
– Һиңә 18 тулғанмы һуң?!
– Улайһа, ярар, бер шешә "Шихан" лимонадын бирегеҙ.
– Йә!Йәәәә... Һаааай-һай, был бала-сағаны - дөрф итеп ҡабынырға ғына торалар..
***
Яңы ғына эшкә урынлашҡан милиция хеҙмәткәре тәжрибәле иптәштәре менән тәүге тапҡыр ҡалаға патрулгә сыға. Рация аша, әгәр бер урынға йыйылышып торған сәйер халыҡ күренһә, тиҙ генә уларҙы ҡыуығыҙ, тип бойороҡ бирәләр. Бер урам буйлап китеп барғанда, бик күп кеше йыйылғанын күреп, йәш хеҙмәткәр машинаның тәҙрәһенән эре генә:
– Бөтәгеҙ ҙә тиҙ генә таралышығыҙ, – тип ҡысҡыра. Береһе лә урынынан ҡуҙғалмай. Шунан теге бар көсөнә:
– Мин бит һеҙгә таралышығыҙ, тинем, – тип ҡысҡыра.
Кешеләр, аптырашып, патруль машинаһына ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына таралыша. Ә теге милиционер, башын юғарыраҡ күтәреп, өлкәненән:
– Шунан, мин уларҙы нисек? – тип һорай.
– Былай насар түгел, – ти тегеһе. – Әгәр халыҡ йыйылған урындың автобус туҡталышы икәнен иҫәпкә алмағанда.
***
Урамда ике ир осраша. Береһе:
– Хәлдәр нисек, Ирек? Ҡара әле, һин ниндәй үҙгәргәнһең. Ябыҡҡанһың, ҡартайғанһың, сәстәрең дә ағарған, күҙҙәрең дә насарланған, ахыры, күҙлек кейгәнһең, – ти.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ яңылыштығыҙ, мин Ирек түгел, – ти икенсеһе.
– Бына бит, һин хатта исемеңде лә үҙгәрткәнһең!
***
– Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
– Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, 60 тин генә тора ул, – ти ир.
– Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 1-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.
Читайте нас: