Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
12 Декабрь 2018, 17:48

Мәҙәк тоҡсайы

– Ҡәҙерлем, минең машина ватылды. Карбюраторға һыу эләкте… – Һин ул карбюраторҙың нимә икәнен беләһеңме һуң, исмаһам? Ҡайҙа әле машинаң?! – Күлгә батты…

* * *

Һатыусыны хужаһы иҫкәртә:

– Иғтибарың юҡ! Ана берәү бишәү урынына алты тартма алып сығып китте...

– Борсолмағыҙ, аҡсаһын ете тартмаға түләне ул.

***
– Ҡәҙерлем, әйт әле, миңә тиклем һөйәркәләрең күп булдымы?

Ир өндәшмәй. Биш минуттан ҡатын:

– Хәтереңде ҡалдырһам, ғәфү ит!

– Бүлдермә әле, һаман да һанап ятам бит әле.

***
Ҡышҡы һалҡын көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.
– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!
– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.


* * *
Судта:
– Вәли, әйтегеҙ әле, өйөгөҙҙә ят кеше барлығын ҡайҙан белдегеҙ?
– Һуң, беҙҙең ғаиләлә ултырғыс менән арттан килеп башҡа һуғыу ҡаралмаған.


***
Поезда.
– Бында табиптар бармы? Ярҙам итегеҙсе! – тип вагон эсендә ҡысҡыралар.
– Мин – табип. Кемгә ярҙам кәрәк? – тип ашығып килеп инә ярым яланғас ир.
– Миңә ярҙам кәрәк, – тип йылмая ханым. – Әйтегеҙсе, алты хәрефтән торған тамаҡ ауырыуы нисек атала ул?


* * *
– Ирем иҫереп ҡайтҡас, янъял ҡуптарҙым да, өс көн буйына һөйләшмәнек. Бөгөн түҙеме бөттө бисараның, беренсе булып үҙе һүҙ башланы.
– Нимә тине һуң?
– Ҡалғаны юҡмы, тип һораны.







Читайте нас: