– Беләһеңме, ҡатындан шикләнә башланым... Хыянат итә, ахырыһы...
– Икенсе ҡалаға йәшәргә күсеп киттек. Тик өйгә һаман шул уҡ сантехник килә...
Үткән быуат баштары. Өфө урамы буйлап ҡысҡыра-ҡысҡыра бер гәзит һатыусы малай йүгерә:
– Сенсация! Сенсанция! Бик ҡыҙыҡлы хәбәр! Алтмыш кешене төп башына ултыртҡандар!
– Ҡана-ҡана, малай, гәзитең күпме тора? - ти бер ир.
– Мә, тот! Килтер гәзитеңде.
Малай йүгерә-йүгерә юлын дауам итә:
– Сенсация! Сенсация! Уҡырға ашығығыҙ! Алтмыш бер кешене төп башына ултыртҡандар!!!
Юғары уҡыу йорто студенттары имтихан тапшырған көн. Аудиторияға профессор килеп инә лә:
– Кем яуап бирә - БИШ! Минең исемем нисек?
- Йә, ДҮРТЛЕЛЕК һорау: бөгөн ниндәй фәндән имтихан тапшыраһығыҙ?
- ӨСЛӨЛӨК һорау... Дәреслектең тышында нимә тип яҙылған?
Арттағы партала икәү шыбырлаша:
- Ҡарале, ә! Нисек батыра был!..
ЮХДДИ хөҙмәткәре сираттағы машинаны туҡтата ла:
- Ниңә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөйһөгөҙ!? - тип һорай.
- Как будты һеҙ быға шат түгел инде!!! - ти икән водитель.
- Ниндәй генә ГАИшник туҡтатмаһын, эстеңме, тип һорай ҙа торасы... Юҡ, исмаһам, береһе булһа ла, "Ашаныңмы?" - тип һораһасы!!!