Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
7 Июнь 2018, 18:25

Йылмайыуҙан донъя яҡтыра!

Бер ир магазинға инеп, ҡысҡырыбыраҡ: – Шырпы кәрәк ине, – тигән. – Үкермәгеҙ әле, мин ҡолаҡһыҙ түгел, – ти һатыусы, асыуланып.– Тоталар ҙа ҡысҡыралар. Һеҙгә ниндәйе кәрәк, фильтрлымы, фильтрһыҙымы?

Балыҡҡа барыр алдынан ҡармаҡтарын әҙерләй башлаған ирен күреп, ҡатыны ҡыҙып китә:
– Шул балыҡтың нимәһен яратаһыңдыр инде…
– Һөйләшмәүен.



* * *
Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан ҡыҙы әсәһенә:
– Әсәй, һин әбиткә бешергән ашты атайым оҡшатмаһа, уны ни эшләтәһең?
– Атайыңдымы?
– Ашты.
– Кисен йылытып бирәм.
***
Ике иҫәр йомаҡ әйтешә икән.
– “Л” хәрефенә башлана, “А” хәрефенә бөтә – ул ни була?
– Танк! – ти икенсеһе шунда уҡ.
– Ай-яй, бик тиҙ таптың, – тип аптырай икенсеһе. – Ә нисек белдең?!
Читайте нас: