Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
5 Март 2018, 02:00

Йылмайып-көлөп кенә

Ир – ҡатынына: – Әҙиләкәй, ниңә һин шул тиклем көнсөлһөң? – Әҙәм аҡтығы, минең исемем Ғәлиә бит, – тип ҡысҡыра ҡатыны.

Автомәктәптә имтихан бара:

– Двигатель нисек эшләй?

– Үҙ һүҙҙәрем менән мөмкинме?

– Әлбиттә!

– Вжжжж! Вжжжж! Вжжжж!

***


Ике ир һөйләшә.

– Ҡәйнәң бер айҙа ике тапҡыр бәшмәк ашап ағыуланған тип ишеттем. Һеҙҙең унда ни булды?

– Барыһына ла склероз ғәйепле. Ул бит бәшмәкте миңә тип бешерә лә, онотоп, үҙе ашай.


***

– Ирҙәр аҡыллыраҡмы, әллә ҡатындармы?

– Әлбиттә, ҡатындар. Әйт әле, ниндәй ҡатын-ҡыҙҙың аяғының матурлығына ҡарап ир һайлағанын күргәнең бар?


***

Табипҡа ҡолаҡтары ҡара янған пациентты килтерәләр.

– Нимә булды?

– Салбар үтекләп тора инем, телефон шылтыраны. Телефон трубкаһы тип, үтекте яңылыш ҡолаҡҡа терәнем…

– Ә икенсеһенә ни булды?

– «Тиҙ ярҙам» саҡыртам тип, үтекте тағы телефон менән бутаным.


***

– Ҡәҙерлем, машина ватылды. Карбюраторға һыу ингән.

– Эх, һин, ҡатын-ҡыҙ, әйтерһең дә, машинаны аңлайһың! Карбюраторҙың нимә икәнен беләһеңме һуң? Ҡайҙа машина?

– Күлдә...

***

Ожмах ҡапҡаһы төбөндә 5 мең һумлыҡ аҡса тора.

– Ниңә мине индермәйһегеҙ, минең бәләкәй туғандарым – иллелектәр, йөҙәрлектәр, биш йөҙлөктәр ҙә эстә бит.

– Белмәйбеҙ, һине мәсеттә күргәнебеҙ булманы.


***

Бер ғаиләлә бала һис тә һөйләшмәй икән. Төрлө табиптарға, күрәҙәселәргә, имселәргә йөрөткәндәр, тик бушҡа ғына. Берҙән-бер көндө өҫ­тәл артында бала телгә килгән:

– Шәкәр һалығыҙ.

Ата-әсә ултыра төшә, тик ҡыуаныстан бер ни өндәшмәйҙәр. Сәй эсеп бөткәс, ипләп кенә һорайҙар:

– Улым, быға тиклем ни эшләп бер ҙә һөйләшмәнең?

– Һуң, быға тиклем сәйгә шәкәрҙе гел һала инегеҙ бит…
Читайте нас: