Миләүшә магазинға киткәндә иренә:
– Билмән бешер. Ишетһен ҡолағың – бер-береһенә йәбешмәһен өсөн кәстрүлгә берәмләп кенә һал!
…Ҡатын ҡайтҡанда асыулы һәм ҡыҙған ире оло кәстрүлгә һалып, етенсе билмәнде бешерә ине.
Минең ҡатын руль артына ултырһа, йәшен кеүек.
– Нимә, шул хәтлем шәп йөрөймө?
– Йәшен кеүек гел ағасҡа эләгә…
Ҡатын командировкала. Ир улдарын балалар баҡсаһына алып бара. Бер баҡсанан быларҙы: “Был бала беҙҙеке түгел”, – тип бороп сығаралар. Атай ныҡыш – икенсе балалар баҡсаһына юл тоталар. Бында ла шул уҡ хәл. Автобус менән өсөнсөһөнә китеп барғанда малай телгә килә:
– Атай, тағы бер балалар баҡсаһы һәм мин мәктәпкә һуңлаясаҡмын…