Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Вәт, ҡыҙыҡ!
16 Февраль 2018, 13:34

Көлгәнгә – көлкө

600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.

600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
Инспектор уларға:
– Мин һеҙҙе туҡтатманым бит. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ! – ти.
– Улар минең менән! – ти «Мерседес» водителе.
– Быны нисек аңларға? – тип аптырай инспектор.
– Һеҙ йүнһеҙҙәрҙең ғәйебе менән эйәртеп йөрөйөм уларҙы. Һеҙгә йә «аптечка»ны, йә янғын һүндергесте күрһәтергә кәрәк бит.
***
Бер ҡатын десантсы һөйәрен ҡунаҡҡа саҡырғанда ире ҡайтып инә. Ҡунаҡ балконда йәшенә. Унда оҙаҡ тороп, өшөп бөтә һәм ҡыйыулығын йыйып, фатирға кире инә.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең хәрби күнекмәләр бара ине. Парашюттан һикергәндә ел менән яңылыш һеҙҙең балконға килеп эләктем.
Хужабикәнең асыуы ҡабарғанын күреп, ире уны тынысландыра.
– Был нисауа әле. Кисә минең дуҫтың фатирының бәҙрәфендә геологтар нефть эҙләгән.
***
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡаламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.
***
Баҙарҙа төшөрөп ҡайтҡан ир ҡатынына:
– Һин ҡушҡан әйберҙәрҙең барыһын да алдым. Ләкин бер нәмәне онотҡанмын. Әйберҙәр һалынған сумканы ҡайҙа ҡалдырғанымды һис хәтергә төшөрә алмайымсы… – ти.
Читайте нас: