Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
11 Февраль 2021, 16:05

Аксендар һыу үткәргесте ремонтлау өсөн тауыш бирҙе

Ете йыл элек республикала башланған урындағы инициативаларҙы хуплау буйынса программа һөҙөмтәле булыуын иҫбатланы һәм популярлыҡ яуланы.

Унда ҡатнашып, районыбыҙҙың күп кенә ауылдарында аҡса талап итеүсе көнүҙәк проблемалар хәл ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһының асылы шунда: ауыл халҡы дөйөм йыйылышта, тәү сиратта хәл ителергә тейешле бурысты билдәләй. Әгәр үҙ проекттарын республика кимәлендә яҡлай алһалар, йәғни конкурс һайлап алыуында еңһәләр, үҙҙәре лә аҡса йыясаҡ, проектты бойомға ашырыу өсөн бағыусылар эҙләйәсәктәр. Эштәр хаҡының 5-15 процентын муниципаль бюджет ҡаплаясаҡ, ә сумманың иң ҙур өлөшө республика ҡаҙнаһынан финансланасаҡ. Шулай булғас, тырышырға ғына ҡала.

Аксен ауыл биләмәһендә, бөтә ерҙәге кеүек үк, проблемалар етерлек. Алдан фекер алышыуҙарҙа уларҙың иң мөһимдәре ҡаралды – зыяраттарҙың ҡоймаларын яңыртырға кәрәк, балалар өсөн спорт майҙансығы ла ҡамасауламаҫ ине. Әммә иң мөһим һәм көнүҙәк проблемаларҙың береһе - халыҡты һыу менән тәьмин итеү. Йомғаҡлау йыйылышында бер тауыштан 2021 йылғы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында “Һыу үткәргес селтәрен капиталь ремонтлау” проекты менән ҡатнашырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Хаҡы ла аҙ түгел - бер миллион! Урал Шиһапов етәкселегендә инициатива төркөмө төҙөлдө. Конкурс һайлап алыуында еңеү яулаған осраҡта, тап улар ауылдаштарынан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк, бағыусылар эҙләйәсәк, ҡыҫҡаһы, Аксенда көнүҙәк проблемаларҙың береһе кәмеһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәк. Ауыл биләмәһенең программала ҡатнашыу тәжрибәһе бар инде – былтыр улар Хәнйәр ауылындағы юлды ремонтлау буйынса конкурс һайлап алыуында еңеп сыҡты.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: