Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
10 Февраль 2021, 19:10

Никифарҙарға балалар майҙансығы кәрәк

Никифар ауылы 2016 йылда тәүгеләрҙән булып урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашты һәм еңеүселәр иҫәбенә инде.

Ул ваҡытты Дуҫлыҡ урамындағы юлға ремонт яһалды. Ә быйыл ауыл халҡы балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөүгә тауыш бирә.

“Никифар – районда киң инфраструктуралы иң ҙур ауылдарҙың береһе: беҙҙә аҙыҡ-түлек һәм көндәлек тауарҙар, төҙөлөш материалдары һәм автозапчастар һатыусы магазиндар, үҙебеҙҙең автозаправка һәм автосервис, автомойкабыҙ бар, ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, урта мәктәп, Һаҡлыҡ банк бүлексәһе, дәүләт дарыуханаһы филиалы, “Ҡарлуғас” балалар һауыҡтырыу лагеры эшләй”, - тип яҙа беҙгә ошо ауылда йәшәүсе Ирина Ғәлләмова.

- Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышында, бик күп проблемалар араһынан балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөүҙе һайланыҡ. Ни өсөн был мәсьәлә көнүҙәк һәм ни өсөн унда туҡталдыҡ?

Электрон гаджеттар заманында урамда балалар тауышын ишетеү һирәк күренешкә әйләнде, сөнки хәҙер улар хәрәкәтле уйындар уйнай, реаль тормошта аралаша белмәй. Шуға күрә үҫеп килеүсе быуындың физик һәм психик һаулығы ата-әсәләрҙә етди борсоу тыуҙыра. Ә балалар майҙансығы әүҙем ял өсөн яратҡан урындарҙың береһенә әйләнергә мөмкин.

Инициатива төркөмө майҙансыҡты хәүефһеҙ япма менән йыһазландырыу өсөн проект суммаһын арттырыу тәҡдимен хупланы, һөҙөмтәлә уның хаҡы 350 мең һумға тиклем барып етте. Ауыл халҡы балалар өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Һәр йорттан 150 һум аҡса йыйырға булдыҡ, бағыусыларҙы ла йәлеп итәсәкбеҙ. Һәм, әлбиттә, республика бюджетынан ярҙамға ла өмөт итәбеҙ, - тип хәбәр итте Ирина Флүр ҡыҙы.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: